«Өфө» клубы киләһе миҙгелдә лә Премьер-лигала уйнаясаҡ 30.05.2015

Был хоҡуҡҡа баш ҡала футболсылары бөгөн Ҡазандың «Рубин»ы менән тигеҙ иҫәпкә уйнап лайыҡ булды. Көсөргәнешле осрашыу Саранск ҡалаһы стадионында уҙҙы.

Һуңғы турҙағы һигеҙ матч та  бер үк ваҡытта башланды. Был тәү сиратта  килешкән уйындарҙы иҫкәртеү маҡсатында эшләнде. Шуны билдәләп үтергә кәрәк,  Игорь Колыванов тәрбиәләнеүселәренә артабан да көслөләр сафында ҡалыу  өсөн еңеү яуларға кәрәк ине. Әммә Ҡазан командаһы ла Европа кубогында ҡатнашыу өсөн көрәш алып барҙы. Беренсе булып уңышҡа «Өфө» футболсыһы Дмитрий Стоцкий өлгәште. Тәнәфестән һуң дәғүәселәр яуап тубы индерҙе.  Таблолағы 1-1 иҫәбе уйын аҙағынаса үҙгәрмәне. Ике мәрәй юғалтыуға ҡарамаҫтан Башҡортостан командаһы Премьер-лигала ҡалыу мөмкинлеге яуланы. Сөнки  ошо уҡ минуттарҙа «Ростов» клубы ла ЦСКА-ны еңә алманы. Шулай итеп чемпионат һөҙөмтәләре буйынса «Торпедо» менән «Арсенал» премьер-лиганан төшөп ҡалды. Ә «Урал» менән «Ростов»  был хоҡуҡҡа ирешеү өсөн ФНЛ-да уйнаған командаларҙы еңергә тура киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика