«Өфө» клубы үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы

«Өфө» клубы үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы 20.09.2014

Бөгөн Игорь Колыванов дружинаһы үҙ майҙанында Екатеринбургтың "Урал" футболсылары менән осрашты.

Уйындың яҙмышын берҙән-бер гол хәл итте. Тәнәфес алдынан Александр Ерохиндың голы ҡунаҡтарға еңеү килтерҙе.  Әйтергә кәрәк, йәрәхәт алыу сәбәпле, бөгөнгө осрашыуҙа  майҙан хужаларының иң мәргән һөжүмсеһе  Жуниор Марсиньо ҡатнаша алманы. Мәғлүм булыуынса, быйылғы миҙгелдә ул дәғүәселәр ҡапҡаһына дүрт туп индерҙе.  Киләһе турҙы яҡташтарыбыҙ  Саранск ҡалаһында үткәрә. 27-се сентябрҙә улар урындағы «Мордовия» клубы менән көс һынаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку