«Өфө» клубы футбол буйынса Рәсәй чемпионатының яҙғы уйындарында тәүге еңеүен яуланы

«Өфө» клубы футбол буйынса Рәсәй чемпионатының яҙғы уйындарында  тәүге еңеүен яуланы 11.04.2016

Кисә Башҡортостан командаһы үҙ майҙанында Грозныйҙың «Терек» футболсыларын ҡабул итте. Уйынды ҡарарға төбәк  башлығы Рөстәм Хәмитов килде.

Берҙән-бер тупты  36-сы минутта Николай Сафрониди индерҙе. Был еңеү яҡташтарыбыҙға 20 мәрәй менән турнир таблицаһының 13-сө урынына күтәрелеү мөмкинлеге бирҙе. Әммә   киләһе миҙгелдә лә премьер-лигала ҡалыу өсөн был ғына етмәй. Сираттағы турҙа  «Өфө» футболсылары  «Анжи» клубын ҡабул итәсәк. Әле Махачкала командаһы  «Мордовия»  менән 16-шар  мәрәй туплап  һуңғы баҫҡыстарҙы бүлешә.  Шуға ла алдағы йәкшәмбе үтәсәк уйында республика командаһына мотлаҡ еңеү яуларға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку