«Өфө» футболсылары  Рәсәй Премьер-лигаһының 16-сы турында Туланың «Арсенал» клубы менән осрашты 03.12.2014

Данлыҡлы команданың исемен йөрөткән дәғүәселәр быйылғы миҙгелдә үҙ көйәрмәндәрен әллә ни ҡыуандыра алмай. Улар ни бары һигеҙ мәрәй  туплап турнир таблицаһының һуңғы баҫҡысын биләй. Шуға ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ менән осрашыу айырыуса көсөргәнешле булды.

Уйындың яҙмышы беренсе тайм уртаһында хәл ителде. Харис Ханджич индергән туп «Өфө» клубына 1:0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был уңыштан һуң Игорь Колыванов дружинаһы ҡумтаһында 17 мәрәй йыйылды. Киләһе осрашыуҙа  Башҡортостан командаһы 8 декабрҙә Мәскәүҙең «Торпедо» клубы менән көс һынаша. Артабан Рәсәй Премьер-лигаһы мартҡа тиклем ҡышҡы тәнәфескә туҡтай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика