«Өфө» футболсылары Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән осрашты 26.09.2016

Илдең баш ҡалаһында үткән уйын спорт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға ла үҙәк каналдарҙың береһе мауыҡтырғыс матчты тура эфирҙа күрһәтте.  

Рәсәйҙең иң халыҡсан командаһы яҡташтарыбыҙ өсөн уңайлы дәғүәсе һанала. Сөнки яҡтар премьер-лигала бер-береһе менән дүрт тапҡыр осрашҡан. Шуларҙың береһендә Мәскәү футболсылары өҫтөнлөк яулаһа, ике уйын «Өфө» клубының еңеүе менән тамамлаған. Кисә үткән осрашыуҙа ла уңыш Башҡортостан командаһына йылмайҙы. Был юлы Виктор Гончаренко тәрбиәләнеүселәре чемпионат лидерын 1-0 иҫәбенә отто. Берҙән-бер тупты Кехинде Фатаи индерҙе. Шулай итеп ҡыҙыллы-аҡлылыр быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр еңелергә мәжбүр булды. Сираттағы уңыштан һуң «Өфө» клубы турнир таблицаһының  8-се баҫҡысына күтәрелде. Киләһе турҙы яҡташтарыбыҙ үҙ майҙанында Пермдең «Амкар» клубына ҡаршы үткәрә. 2 октябрҙә уҙасаҡ уйынды Башҡортостан юлдаш каналы күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика