«Өфө» футбол клубы Грузия йыйылма командаһы һаҡсыһы Джемал Табидзе менән оҙайлы килешеү төҙөнө

«Өфө» футбол клубы Грузия йыйылма командаһы һаҡсыһы Джемал  Табидзе менән оҙайлы килешеү төҙөнө 01.07.2017

21 йәшлек футболсы  карьераһын тыуған иленең «Сабуртало» командаһында башлай.  Йәш спортсының уйыны шунда уҡ Европалағы скауттар иғтибарын йәлеп итә. Һөҙөмтәлә ул «Ливерпуль», «Реал» һәм «Гента» кеүек билдәле клубтар составында сығыш яһай.

Һуңғы ҡышҡы трансфер тәҙрәһендә Джемал Табидзе Екатеринбургтың «Урал» командаһына күсә. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙҙың был көндәрҙә Австриялағы йыйындары дауам итә. Тренерҙар штабы төрлө күнекмәләр ярҙамында футболсыларҙы киләһе миҙгелгә әҙерләй. Рәсәй чемпионатындағы тәүге уйынын Сергей Семак тәрбиәләнеүселәре 15 июлдә Ленинград өлкәһендә урындағы «Тосно» клубына ҡаршы үткәрә. Был команда үҙ тарихында беренсе тапҡыр премьер-лигала сығыш яһау хоҡуғын яуланы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика