«Өфө» футбол клубы бөгөн миҙгелдәге тәүге күнекмәһен үткәрҙе

«Өфө» футбол клубы бөгөн миҙгелдәге тәүге күнекмәһен үткәрҙе 14.06.2017

Команда  Сергей Семак етәкселегендә «Нефтсе» стадионында йыйылды. Коллективты ниндәй яңыртыуҙар көтә?

Тәүге аҙым, тупҡа беренсе тибеү, тренер күрһәтмәһе. «Өфө» уйынсыларының ялы ҙур булмаһа ла, футболдан улар силәшеп тә өлгөргән.  
Ике яңы ҡапҡасы. 18 йәшлек Максим Богатырев үткән миҙгелдә баш ҡаланың «Локомотив» йәштәр командаһы  составында  өс матч үткәрҙе. 29 йәшлек Евгений Фролов һуңғы тапҡыр Краснодарҙың «Кубань», Калининградтың «Балтика» клубында уйнаны. Ихтимал Михаил Бородько команданан китәсәк. Александр Беленовтың киләсәге иһә әлегә билдәһеҙ.
«Өфө»гә күп кенә легионерҙар әлегә ҡушылмаған. Милли йыйылма командаһы уйындарында ҡатнашыусылар ҙа шул иҫәптә. Команда Слай, Фатаи, Йокич һәм Карпһыҙ шөғөлләнә. Улар күнекмәләргә һуңынан тотонасаҡ.
Беҙҙә көс бар. Майҙанда шуны күрһәтергә кәрәк. Әҙ һөйләргә, күп эшләргә. Миҙгел аҙағында яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ тип ышанам.
Стадионда үткән бер-нисә күнекмәнән һуң «Өфө» уйынсылары Мәскәүгә юлланасаҡ. Унда команда иптәштәрсә ике  матч үткәрә. 28 июндән 10 июлгә тиклем «Өфө» Австрия миҙгеленә әҙерләнәсәк. Унда команда өс уйын көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика