RSS
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары сәләмәт тормош яҡлы
«Яңылыҡтар» хеҙмәте коллективы быны үҙ өлгөһөндә күрһәтә. Уңайлы һәм арзан хәрәкәт итеү сараһы - велосипедты һәр икенсе хеҙмәткәр үҙ итә.
27 / 05 / 2017 224
«Ай байк Өфө» фестивале үткәрелмәй
Был турала бөгөн ойоштороусылар хәбәр итте. Ҡәтғи ҡарарҙың сәбәбе хәүефһеҙлек сараларының тулы кимәлдә үтәлмәүенә бәйле. Хоҡуҡ һаҡлау органдары  фестивалдең һәр майҙансығын унда ҡатнашыусыларҙы тикшереү урындары менән йыһазландырыу талабын ҡуйғайны, әммә был «Ай байк Өфө» концепцияһына тура килмәй һәм техник яҡтан мөмкин түгел тип аңлатма бирҙе ойоштороусылар.
27 / 05 / 2017 161
Бөгөн Стәрлетамаҡ физкультура техникумы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Йыл һайын уҡыу йорто мәктәптәр өсөн йәш белгестәр әҙерләп сығара. Күп кенә студенттар алған белемен тағы ла камиллаштарыу маҡсатында ошонда уҡ эшләп килгән физкультура институтына уҡырға инә. Быйыл да юғары уҡыу йортон 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет тамамланы.  
26 / 05 / 2017 177
Карта менән компас - йүнәлеш биреү буйынса үткән ярыштарҙа Иглин спортсыларының төп ҡоралына әйләнде
Сыҙамлыҡҡа, түҙемлеккә өйрәтеүсе сара быйыл райондың ике йөҙгә яҡын мәктәп уҡыусыһын берләштерҙе. Улар төрлө дистанцияларға йүгереү, команда ойоштороу буйынса көс һынашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Иглин ауылының 1-се һәм 4-се урта мәктәптәре уҡыусыларына етеүселәр булманы. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ярышты ойоштороусылар әйтеүенсә, йәйгеһен йәш быуынды физик яҡтан сыныҡтырыуға бәйле төрлө саралар уҙғарыу күҙаллана.
26 / 05 / 2017 217
Бөгөн Екатеринбург ҡалаһында ҡатнаш алыш буйынса халыҡ-ара турнир үтте
Ярым еңел ауырлыҡ үлсәмендә Стәрлетамаҡтан Венер Ғәлиев Бразилиянан Диего Брандао менән алышты. «Башҡорт» атамаһын йөрөтөүсе яҡташыбыҙ быйыл 42 йәшен билдәләй. Шуға ҡарамаҫтан ул үҙенән күпкә кесерәк Көньяҡ Америка дәүләте вәкиленә ҡаршы сығырға баҙнат итте. Көсөргәнешле алыш Венер Ғәлиев файҙаһына тамамланды.  
25 / 05 / 2017 246
Республика етәксеһе бөгөн «Өфө» футбол клубы объекттарын ҡараны
Баш ҡаланың «Нефтсе» стадионында төп составтан тыш, 12 йәш төркөмөндәге балалар шөғөлләнә. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡаланың төрлө мөйөштәренән килә. Бынан тыш, стадион еңел атлеттар өсөн дә ҡулайлаштырылған. Меңдән ашыу клиенты булған шәхси фитнес-клуб эшләй. Әммә физкултура-спорт комплексы төҙөкләндереү талап итә. Спорт ветераны ауыр атлет Петр Прохоров билдәләүенсә, бында тиҫтәләп чемпион тәрбиәләнгән.
24 / 05 / 2017 178
Өфөнөң 159-сы мәктәбендә күп функциялы спорт майҙансығы асылды
Физкультура-спорт комплексы һигеҙ майҙансыҡтан тора. Мәктәп уҡыусылары хәҙер бер үк ваҡытта баскетбол, футбол уйнай һәм йүгерә ала. Шулай уҡ бында тренажер майҙансыҡ, туристик полигон булдырылған.
24 / 05 / 2017 242
Ҡарамалы ауылы ҡара Ғәйнетдингә багги ҡарамалатырға...
Иглин районындағы ауылда  йәшәүсе Руслан Ғүмәров ташландыҡ машиналарҙан , сүп-сарҙан тапҡан деталдәрҙән спорт автомобиле төҙөй. Батҡаҡ ерҙәрҙән йөрөүгә тәғәйенләнгән техника сит илдә етештерелгән аналогтарынан бер ҙә ҡалышмай. Хатта, ота ла, ти конструктор. Сит ил маркалары үтә лә ҡиммәт һәм тиҙ боҙолоп бара. Ә Руслан төҙөгән багги арзан да, ныҡлыраҡ та. Емерелгән хәлдә лә автомобиль төҙөлөшөн әҙ генә белгән кеше лә төҙөкләндерә ала. Сөнки деталдәрҙең барыһы ла үҙебеҙҙә етештерелгән  техниканан алына.
23 / 05 / 2017 252
«Өфө» клубы үҙ тарихындағы иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште
Кисә  футбол буйынса Премьер-лига командалары араһында Рәсәй чемпионатының сираттағы миҙгеле тамамланды. Һуңғы турҙа Сергей Семак тәрбиәләнеүселәре үҙ майҙанында Екатеринбургтың «Урал» клубын еңеп, турнир таблицаһында етенсе баҫҡысты биләне. Яҡташтарыбыҙҙың профессиональ спорттағы уңыштары төбәктә был уйындың киң танылыу яулай барыуын күрһәтте.
22 / 05 / 2017 256
Пациенттар хирургтарға ҡаршы
Халыҡ сәләмәтлеге аҙналығы сиктәрендә Өфөлә  табиптар һәм уларҙың дауаланыусылары үҙ-ара  футбол уйнаны. Матч Башҡорт дәүләт медицина университетында үтте. Сара Республика кардиология диспансеры тәҡдиме менән ойошторола.
22 / 05 / 2017 156
Башҡортостанда бөгөн ете мең самаһы кеше туп тибә сыҡҡан
Өфөләге спорт байрамы 2008 йылғы балалар араһында  халыҡ-ара фестивалдең финал уйындары менән башланды. Бер юлы бер нисә майҙанда барған ярыштарҙа шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, футболсы ҡыҙҙар, тренерҙар һәм буласаҡ нефтселәр үҙ турнирҙарын уҙғарҙы. Ә инде «Вся Уфа» телекомпанияһы Кубогына киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көс һынашты. Ярышта Башҡортостандың төп телеканалы исеменән дә йыйылма команда сығыш яһаны.    
20 / 05 / 2017 236
Өфөлә судьялар араһында мини-футбол буйынса турнир үтте
Ярыш республика суд системаһы ойошторолоуға 95 йыл тулыуға арналды. Юбилей йылы уңайынан ҡышҡыһын ведомство вәкилдәре үҙ-ара бильярд, волейбол, саңғы ярыштарында бәйге тотҡайны.
20 / 05 / 2017 225
Велосипедта эшкә
Өфө Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Бөгөн иртән күптәр автомобилдәрен өйҙәрендә ҡалдырып юлға ике тәгәрмәсле транспортта сыҡты.
19 / 05 / 2017 216
Герой иҫтәлегенә көрәш турниры
Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан келәм батырҙары билбау тотто. Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған ярышта республика район-ҡалаларынан һәм Татарстандан алтмыштан ашыу ҡатнашыусы көс һынашты.
15 / 05 / 2017 196
Яндырылған тәгәрмәстәр, ҡуйы төтөн, шау-шыу, тиҙлек
Өфөлә дрифт буйынса  республика чемпионаты үтте. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылды.
13 / 05 / 2017 223
Латвиялағы милләттәштәребеҙ Һабантуй байрамын ойошторҙо
Күләмле сара Риганың үҙәгендә - Верман паркында уҙғарылды. 2014 йылда тап ошо урында Тәүге Европа һабантуйы үткәйне. Яҙғы күңел асыу тантанаһынан быйыл Литва, Эстония һәм Швецияла йәшәүсе башҡорттар ҙа ситтә ҡалмай. Ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән ҡаршы алалар, һатыуға сувенирҙар ҙа тәҡдим ителә. Милли көрәш, тоҡтар менән һуғышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү һәм башҡа ярыш, уйындар ҙа байрамдың асылын күрһәтте. Латвиялағы Һабантуй сит илдәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙан Башҡортостанға ялҡынлы сәләмдәр булып ҡайтты.
10 / 05 / 2017 219
Иглин ауылында дзюдо буйынса төбәктең иң көслө спортсылары асыҡланды
Асыҡ район беренселегендә республиканан 120 кеше, 5 команда ҡатнашты. Дзюдосылар төрлө йәш арауығы һәм ауырлыҡ категориялары буйынса көс һынашты. Ике көн барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса дөйөм команда күрһәткестәрендә иглиндәргә етеүсе булманы.
10 / 05 / 2017 184
Аҙна яңылыҡтары. Рафтинг менән шөғөлләнеүселәр өсөн тау йылғаларының тынысланыуы миҙгел ябылыуға тиң
Ажғырып торған йылғаларҙы ауыҙлыҡлау, етәрлек порция адреналин алыу өсөн  экстремалдар үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ла ҡуйырға әҙер. Профессиональ туристар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен әҙме-күпме үтәй, ә бына «ҡырағайҙары» менән бәлә. Улар өсөн миҙгел асыла ғына. Йылға буйлап кәмәлә ағып төшөүселәрҙең күбеһе әҙерлекһеҙ һәм бәләнең һәр боролошта көтөп тороу ихтималлығын уйлап та бирмәй. Ташҡын йылғалар йыл да тиерлек туристар ғүмерен алып китә. Ял  күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн үҙеңде нисек тоторға? Ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ?
07 / 05 / 2017 164
Бөгөн Өфө байкерҙары сираттағы миҙгелде асты
Ошо уңайҙан 200-ләп мотоһәүәҫкәр ҡала урамдары буйлап колонналарҙа үтте.
06 / 05 / 2017 230
«Өфө» клубы республика данын Рәсәй футбол дивизионының өсөнсө лигаһында яҡлаясаҡ
Әле «Витязь-ГТУ» мини-футбол командаһы ҙур майҙанға сығырға әҙерләнә.  
03 / 05 / 2017 232

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 56 След.
Календарь новостей

Яндекс.Метрика