«Йыл кешеһе-2015» конкурсы еңеүселәре билдәләнде 28.12.2015

«Республика Башҡортостан» гәзите тарафынан ойошторолған был сара өсөнсө тапҡыр үтә. Быйыл  еңеүселәр исемлегендә 13 кеше.  

Пушкин ижадына ғашиҡ Рафиҡ Әминов Көйөргәҙе районының Шыбағыш ауылында йәшәй, быйыл уның  идеяһы буйынса ауылдың мәктәп ихатаһында Пушкин һәйкәле ҡалҡып сыҡҡан. Александр Сергеевич башҡорттар хаҡында бик күп яҙған, әҙәбиәт йылында бөйөк классикты иҫкә алыу беҙҙең бурысыбыҙ, ти ул.  Бөгөн Рафиҡ Әминов бүләкләнеүселәр араһында.
Ойоштороусылар әйтеүенсә,  конкурстың артыҡ талаптары юҡ. Бары тик илһөйөрлек тойғоһо һәм тыуған ерең, халҡың мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү шарт. Еңеүселәр гәзиттә сыҡҡан  мәҡәлә геройҙары араһынан һайлап алына.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө  тармаҡ  вәкилдәре бар, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар,  йырсылар, ябай ауыл кешеләре. Быйыл бигерәк тә Әлшәй районының Сурай ауыл халҡы уңған. Уҡытыусылар ярҙамы менән белем усағы һаҡлап ҡалынған, эшҡыуарҙар һәйкәл  эшләткән.
Өс йыл эсендә конкурста  4  тиҫтәгә яҡын кеше еңеү яулаған.  Ойоштороусылар әйтеүенсә,   был премияның ҡул арты еңел.  Мәҫәлән, былтыр бүләкләнеүсе табип үҙ  клиникаһын асҡан, ә эшҡыуар халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан. Сөнки «Йыл кешеһе» исемен алыу өҫтәмә яуаплылыҡ бирә һәм  тағы ла юғарыраҡ бурыстар ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика