Юл - тормош артерияһы 15.05.2015

Тап авиа, тимер юлы, һыу, автомобиль транспорты ярҙамында донъяның төрлө ҡитғалары менән бәйләнеш  урынлаштырыла. Илдең социаль-иҡтисади киләсәге лә инфрастурктураға бәйле.  Бөгөн ошо тармаҡтың   үҫеш мөмкинлектәре Өфөлә үткән форумда барланды. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән  илдәрҙең транспорт министрҙары  кәңәшмәһе 7-се тапҡыр үтә, был юлы  сарала 17 дәүләттең делегацияһы ҡатнаша. Сараны уҙғарыу урыны итеп тап Өфө һайланыуы нигеҙһеҙ түгел, башҡала июль башында  ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитын ҡабул итергә әҙерләнә.    

Кәңәшмә сиктәрендә башҡалала күптән түгел асылған «Хилтон-гарден» ҡунаҡханаһы ла  халыҡ-ара кимәлдә һынау тотто. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең транспорт министрҙары ҡатнашлығындағы сара тап ошо обьектта үтте, уның барышында  ҡунаҡхананың абруйлы саммитҡа әҙерлеге лә тикшерелде.
Башҡортостан төрлө йүнәлештәге транспорт селтәре үҫешкән төбәктәрҙең  береһе. Республика асфальт  юлдар оҙонлоғо буйынса илдә бишенсе урынды биләй. Төбәктең Европа һәм Азия сигендә урынлашыуы, үҙ эсенә  М-5, М-7 федераль трасссаларын алыуы логистик үҙәк булараҡ үҫеш мөмкинлеген дә бирә.    Шуға күрә был сараны үткәреү урын итеп тап Башҡортостан һайланыуы нигеҙһеҙ түгел.
Максим Соколов, Рәсәйҙең транспорт министры: «Республика Башкортостан входит в десятку регионов-лидеров по уровню экономического развития, ее транспортная сеть, транспортные коммуникации активно участвуют в обслуживании внешней торговли России с государствами-членами ШОС. И сам город Уфа - столица республики - является одним из крупнейших экономических, культурных, спортивных, научных и транспортных центров России».
Июлдә Өфө  Шос һәм Брикс илдәренең мәккәһенә лә әйләнәсәк.  Ултырышта Шанхай хеҙмәттәшлек илдәренең  дөйөм транспорт селтәрен  төҙөү проекты ла тикшерелде.  Шулай уҡ киләсәктә  системаның үҫеше өсөн Байкал-Амур магистрален файҙаланыу идеяһы ла ҡала.  Халыҡ-ара кимәлдәге проекттар берләшмә дәүләттәре өсөн генә түгел, тотош Евразия  өсөн ҡулай буласаҡ. Инфраструктура төҙөклөгө йылдың иң мөһим вағиһаһы-саммитарҙы ойоштороуҙа ла  төп шарттарҙың береһе булып тора.
Дмитрий Мезенцев, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары: «Вы были правы, когда сказали, что встреча глав государств в Уфе в июле текущего года будет главным событием и председательства Российской Федерации, и главным событие для Шанхайской организации сотрудничества в этом году».
Өфө саммитҡа әҙерлектә финиш һыҙығына сыҡты тип әйтергә мөмкин.  Миҫалға, башҡала аэропортының халыҡ-ара терминалы асылыуын килтереүҙә етә. Рөстәм  Хәмитов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға  үҙ илдәренән Башҡортостанға рейстар асыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һораны.  Эш өсөн дә, ял итеүселәргә лә шарттар тыуҙырасаҡбыҙ, тине Республика башлығы. Бынан тыш,  Башҡортостан аша әле һалынған Европа-Көнбайыш Ҡытай юлының 300 километры үтә, уны сафҡа индереү ҙә  хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ.
Рөстәм Хәмитов, республика башлығы: «Мы знаем, что Китайская Народная Республика уже завершила строительство своего участка, Казахстан практически завершает эту работу в этом году. И теперь дело за нашей, российской стороной. Для нас очень важен этот коридор, поскольку почти 300 километров этой дороги пройдет по территории Республики Башкортостан. Уважаемые друзья у государств шанхайской организации сотрудничества, образно говоря, есть общая прямая дорога, которая ведет наши страны и народы к благополучию и процветанию».
Кәңәшмәнән һуң транспорт министрҙары  хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы, ул  Шос дәүләттәре араһындағы транспорт бәйләнешен тағы камиллаштырыр тип көтөлә, был үҙ сиратында берлектәге проекттарға нигеҙ һаласаҡ. Рәсәйҙең донъя кимәлендәге сараларҙы үткәреү буйынса тәжрибәһе бай, был тәңгәлдә Олимпия һәм Параолимпия уйындарын, универсиаданы атап үтергә мөмкин. Халыҡ-ара спорт ярыштарында  транспорт  тәьминәте бөгөн Өфө аренала үткән кәңәшәмәлә лә тикшерелде. Рәсәй вәкилдәре ҡышҡы, ҡытайҙар йәйге, белорустар ҡала шарттарындағы уйындарға транспорт  системаһын  ҡулайлаштырыу буйынса үҙ тәжрибәһе  менән уртаҡлашты.  Был конференция 2018-се йылда  илдең 11 ҡалаһында уҙасаҡ футбол чемпионаты өсөн дә әҙерлек булып тора.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика