Юл төҙөлөш, медицина, торлаҡ 16.12.2016

Бөгөн Республика башлығы төрлө  мәсьәләләр буйынса халыҡты ҡабул итте.  Сәғәт ярымдан ашыу ваҡыт эсендә тиҫтәгә яҡын мөрәжәғәт ҡаралды.

Бәләкәй генә кабинеттар, тар коридорҙар, күмәк халыҡ.  Йәй көндәре иһә түҙеп торғоһоҙ тынсыу. Затон биҫтәһендәге берҙән-бер поликлиника ошондай шарттарҙа эшләй.  Фира Ғайсина был күренешкә әсәһен дауалауға алып килгәндә шаһит була.  
Затондағы авария хәлендәге иҫке поликлиника ике йыл элек ябыла, ә яңыһы төҙөлмәй. Медицина учреждениеһы ваҡытлыса күрше дауаханаға күсерелә, бер ҡыйыҡ аҫтында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ла, паллиатив ярҙам бүлеге лә эшләй .
Әле поликлиника 9-сы ҡала дауаханаһының балалар бүлегендә урынлашҡан. Медицина учреждениеһы Затон биҫтәһендә йәшәгән 21 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Табиптар халыҡ ағымын һәм сиратты аҙ булһа ла кәметеү өсөн өс сменала ҡабул итергә мәжбүр.
Рөстәм Хәмитов Фира Ғайсинаның мөрәжәғәтен тыңлағандан һуң проблема хәл ителәсәк тип белдерҙе. Төҙөлөш киләһе йылда уҡ башланасаҡ.
Медицина темаһына ҡағылған тағы бер  мөрәжәғәт- суд-медицина экспертизаһы бюроһын кадрҙар менән тәьмин итеү һәм матди базаһын нығытыу. Республика башлығы белдереүенсә, был һорау ҙа күҙәтеүгә алынасаҡ. Ике мөрәжәғәт юл төҙөлөшө буйынса, тәүгеһе Мораҡ-Иҫке Собханғол араһына юл һалыу. Был трасса ерле халыҡ өсөн дә, туристарға ла кәрәк, был яҡтан Нөгөш, Йомағужа һыуһаҡлағыстарына ла, Шүлгәнташ мәмерйәһенә лә барырға мөкңмкин буласаҡ.
Ә бына Бүздәк районының  Иҙәбаш ауылнда  боҙ урынынан ҡуҙғалған да инде. Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл һалына башлаған.  
Стәрлетамаҡтан  24 ғаилә иһә йылдар буйы ятаҡтағы бүлмәһен хосусилаштыра алмай.  54-се янғын һүндереү бүлегендә эшләүселәр үҙ проблемаһы менән төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Бар ышанысбыҙ Республика башлығында, ти улар.
Шулай уҡ Өфөлә яңы типтағы зоопарк төҙөү ниәте күтәреп сығылды. Мөрәжәғәт итеүселәр фекеренсә, йәнлектәр иркендә  йөрөгә тейеш. Яңы объект туризмды үҫтерергә лә булышлыҡ итер тип көтөлә. Республика башлығы Өфөлә ижади оҫтаханалар төҙөү ниәтен дә хупланы. Был идеяны Башҡортостан Рәссамдар союзы рәйесе Владислав Пегов тәҡдим итте.  Ете мөрәжәғәт, өс сәғәткә яҡын ваҡыт. Бар  һорауҙар ҙа хәл итеү юлдарын барлау өсөн күҙәтеүгә алынды, Башҡортостан Хөкүмәтенә, министрлыҡ-ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика