Ҡытай Рәсәйҙән 24 самолет һатып аласаҡ

Ҡытай  Рәсәйҙән 24 самолет һатып аласаҡ 19.11.2015

Улар күп функциялы Су-35 истребителдәре. Бөгөнгә сит ил заказсылары менән 2 миллиард долларлыҡ килешеү төҙөлгән дә инде.

Ҡытайҙар хәрби самолеттарҙың  пилот кабинаһын үҙҙәренең авионикаһы менән йыһазландырырға ниәтләй. Һауа судноларын етештереү менән Рәсәй шөғөлләнәсәк һәм Пекинға эксплуатацияға әҙер булған  самолеттар оҙатыласаҡ. Әйткәндәй, был моделдәргә авиадвигателдәр Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сығарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала Ҡытайҙың юғары хәрби етәкселәре Башҡортостан предприятиеһы менән яҡындан танышҡайны. Осрашыуҙа авиация техникаһын етештереү, һатыу һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә берлектә эш итеү тураһында килешелде. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, Су-35 самолеттары быға тиклем Рәсәйҙең хәрби-һауа көстәрендә генә файҙаланылып килде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика