Ҡытай менән аралар яҡыная.  Бөгөн Республика башлығының  Волга буйы федераль округы таможня идаралығының етәксеһе Сергей Рыбкин менән осрашыуында ла һүҙ ике дәүләт араһындағы сикте  үтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу хаҡында  барҙы 20.09.2016

Ҡытайҙың Харбин таможняһы  иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә, тап ошо сик аша Алыҫ көнсығышҡа тауарҙар һәм транспорт сығарыла. Осрашыуҙа һүҙ  сик аша үткәреләсәк тауарҙарҙы һәм транспорт берәмектәрен алдан декларациялау тураһында барҙы.

Был  таможня аша үтеү мәлен күпкә кәметәсәк,  сик  аша 2-3 сәғәттә генә үтергә мөмкин була.  Халыҡ-ара иҡтисади даирәлә тауарҙарҙың таможня хаҡын кәметеп мәғлүмәттәр биреүселәр ҙә юҡ түгел. Ошо тәңгәлдә  яңы көрәш схемаларын индереү мөһим . Таможны системаһындағы эшмәкәрлекте камиллаштырыу, иҡтисад өсөн бик мөһим, тип билдәләнде  осрашыуҙа.
Әле Волга буйы федераль округы өсөн  иң мөһиме Көнбайыш Европа- Көнбайыш Ҡытай транзит коридорының барлыҡҡа килеүе, был юл тауар әйләнешен 3-4 тапҡырға арттырыр тип көтөлә.
Сергей Рыбки, Волга буйы федераль округының таможня идаралығы етәксеһе: «Әле Башҡортостан таможняһында  инвестиция проекттары буйынса эш төркөмө буллдырылған. Сөнки Башҡортостан менән Ҡытай араһында ике тиҫтәнән ашыу инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла, ә Волга буйы федераль округы буйынса был һан 100-ҙән ашыу. Килсәктә беҙ был йүнәлештә тағы ла әүҙемерәк эшләргә уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика