Ҡырым Республикаһының Белогорский районында йәшәүселәр Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнә 17.03.2017

Ярымутрау делегацияһы республикаға мәҙәни  хеҙмәттәшлек   программаһы сиктәрендә килгән.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл элек Башҡортостанда йәшәүселәр генә  Белогорский районына  200 миллион һумлыҡ ярҙам  күсергәйне. Туғандаш районда 50-нән ашыу торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы объекттары, шул иҫәптән ошо сумма ярҙамында ла төҙөкләндерелдгән. Бынан тыш, ураҡ эштәре ваҡытында республика шефлыҡҡа алған районға 15 комбайн, йөк машинаһы, ике мең ярым тоннанан ашыу яғыулыҡ-майлау материалдары бүлде. Даими ярҙам һөҙөмтәһендә әле Белогорский  инфраструктураһы яңырыу осоро кисерә.  
Галина Перелович, Ҡырым республикаһы Белогорский районы хакимиәте башлығы: «Белогорский районы ремонтҡа  субсидияларҙы аҙ күләмдә ала тип һүҙ сыҡҡанда,  беҙ районда барлыҡ объекттар ҙа Башҡортостан ярҙамында  ремонтланды тип ғорурланып әйтәбеҙ. Ҡыйыҡтар, тәҙрәләрҙе алыштырыу  һөҙөмтәһендә энергияны һаҡсыл тотоноу мөмкинлеге тыуҙы. Беҙ быға бик шатбыҙ».
Иртәгә 18 мартта илдә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылыуына өс йыл тула. Ошо уңайҙан республикала ла байрам саралары үтә. Өфөлә төп тантаналар Салауат Юлаев майҙанында була. Ошоға бәйле, киске сәғәт биштән туғыҙға тиклем Зәки Вәлиди урамының Аксаков һәм Мәжит Ғафури урамдары өлөшләтә транспорт хәрәкәте өсөн   ябыла. Кискә Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарын иҫтәлекте дата хөрмәтенә байрам салюты көтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика