Ҡырмыҫҡалы  районынынң Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2316-сы һәм Ауырғазы районы  Кәлсер-Буран ауылындағы  966-сы һайлау  участкаларында сәйәси сара ойошҡан рәүештә уҙҙы 18.09.2016

Мөһим компанияла  ун һигеҙен тултырған йәштәр ҙә, һикһән, хатта йөҙ йәшлек һайлаусылар ҙа ҡатнашты.  

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2316-сы  һайлау участкаһына халыҡ иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан уҡ йыйыла башланы. Яуаплы минуттар килеп еткәс, һайлау участкаһы комиссияһы төргәктәрҙән  бюллетендәрҙе  алды. Бөтәһе лә үҙ тәртибе менән атҡарылды.  
Дәүләт гимндары яңғырағандан һуң  һайлаусылар залға үтте. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аслыҡты үткәргән,  артабан районды  күтәреүҙә тос өлөш индергән һикһән өс йәшлек Әфҡәт Мәүлембирҙе улы беренселәрҙән булып тауыш бирҙе.
Ҡырмыҫҡалылар Дәүләт думаһына, бер мандатлы округ буйынса  һәм  муниципаль район советына депутаттар һайлай. Учаткала тулы кимәлдә әҙерлек барған, агитаторҙар өйҙән-өйгә йөрөп аңлатыу эштәре алып барған.  Бюллетендәрҙәге исемлектәрҙең ярайһы оҙон булыуына ҡарамаҫтан, һайлаусылар аптырап ҡалмай, ауылдарҙа сәйәси  яҡтан белемле кешеләр ғүмер итә.  
Шайморат ауылында йәшәүсе Илмир мөһим компанияла  тәүге тапҡыр. Ун һигеҙен тултырған егет тиҫтерҙәре араһынан беренсе булып килде. Йәштәргә иҫтәлекле  бүләктәр  ҙә әҙерләнгән.
Ауырғазы районы Кәлсер-Буран ауылындағы 966-сы һайлау участкаһында исемлек буйынса  400 -ҙән ашыу һайлаусы  теркәләгән. Иртәнге сәғәттәрҙә үк һикһәндән ашыу кеше килеп үҙ фекерен белдерҙе.
Участкала ике  күҙәтеүсе эшләне.  Улар билдәләүенсә, ҡанун һәм тәртип  боҙоу кеүек хәлдәр теркәләмәгән.
Кәлсер-Буран, Яңы Кәлсер һәм  Марс ауылдарынан  өйҙәрендә тауыш бирергә теләп 91  кеше ғариза яҙған.  Күсмә йәшниктәр һәм тейешле документтар алып һайлау участкаһы ағзалары өйҙә тауыш биреүселәргә китте.  Миңлекамал Бүләкҡолова быйыл йөҙ йәшен тултырған, ҡолағы ишетмәһә лә, күҙе яҡшы күрә. Ул яҡындары ярҙамында тауыш бирҙе. Ә 83 йәшлек Миңлекамал Ҡадирова  әйтеүенсә, һайлауҙан бер ҡасан да ҡалғандары юҡ.
Һайлау участкалары  киске сәғәт һигеҙгә тиклем эшләй. Артабан комиссия ағзаларына йәшниктәрҙәге  бюллетендәрҙе  барлау, ә үҙ фекерен белдергәндәргә  һөҙөмтәләрҙе иғлан итеүҙәрен көтөргә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика