Ҡырғыҙстанда Рөстәм Хәмитов урындағы эшлекле даирәләрҙе Башҡортостан менән таныштырҙы

Ҡырғыҙстанда Рөстәм Хәмитов урындағы эшлекле даирәләрҙе Башҡортостан менән таныштырҙы 11.09.2014

Республика етәксеһе шулай уҡ күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһында ҡатанашты һәм Ҡырғыҙстан хөкүмәте премьер-министры менән рәсми осрашыу үткәрҙе.

Башҡортостан менән таныштырыу сараһына сәнәғәттең төрлө тармаҡтары, ауыл хужалығы өлкәһе вәкилдәре йыйылды.  Туғандаш халыҡ вәкилдәре Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү теләген белдерҙе.  Ҡырғыҙстан  эшлекле даирәләре вәкилдәре менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов санкцияларға бәйле мәсьәләргә туҡталды.
Рөстәм хәмитов шулай уҡ уртаҡ инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыу, авиация сәфәрҙәрен ойоштороу тураһында фекерҙәрен белдерҙе. Планда ҙур, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн мөмкинлектәр ҙә етәрлек. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе менән тауар әйләнеше буйынса Ҡырғыҙстан 4-се урынды биләй!. Был иһә иҡтисади хеҙмәттәшлекте артабан тәрәнәйтеүгә өмөт уята тип билдәләне Ҡырғыстан хөкүмәте Премьер-министры Джоомарт Оторбаев.
Ҡырғыҙстан Премьер-министры  Башҡортостан менән бәйләнештәрҙе киләсәктә тағы ла  нығытыу яғында булыуын белдерҙе. Тәү сиратта минераль ашламалар һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте тауарҙары йүнәлешендә. Ҡырғыҙстандың Таможны берлегенә инеүе лә яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек даирәһен киңәүтеү мөмкинлеген бирә. Берҙәм иҡтисади юҫыҡ пошлинаһыҙ сауҙа форсатын аса. Өле ике республика араһындағы тауар әйләнеше 220 миллион доллар күләмендә билдәләнгән. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда нефть сәнәғәтенән тыш, машиналар эшләү, ауыл хужалығының да ныҡлы үҫешен билдәләне. Республика башлығы ҡырғыҙҙар менән башҡорттарҙың мәҙәни оҡшашлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙ бер беребеҙҙе тәржемәселәрһеҙ ҙә аңлайбыҙ тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ мәҙәни бәйләнештәргә лә туҡталды. Ижади коллективтар өсөн  алмаш  гастролдәр ойоштроу кәрәклеген дә билдәләне. Башҡортостанда киләһе йыл ШОС һәм БРИКС саммиттары үтәсәк, туғандаш халыҡтарҙың мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу бик урынлды буласаҡ тигән фекер белдерҙе Рөстиәм Х әмитов. Республика етәксеһе Ысыҡ күл буйында асылған күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку