Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтәсәк

Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтәсәк 03.12.2014

Сара киләһе йылдың мартында  Бишкәк ҡалаһында ойошторола. Был турала  бөгөн  Башҡортостан Президентының   Ҡырғыҙстан  Премьер-министры  Джоомарт Оторбаев менән осрашыуында килешелде.  Шулай уҡ ике республика киләсәктә  иҡтисади,  фәнни, тарихи бәйләнештәрҙе лә нығытырға ниәтләй.  

Ҡырғыҙҙарҙа Манас,  башҡорттарҙа «Урал батыр» эпосы,  милли музыка ҡоралдарының, кейемдәрҙең,  телдең, хатта ғөрөф-ғәҙәттәрҙең оҡшашлығы. Ике халыҡ та борон күсмә тормош алып барған,  йәйләүҙәрҙә тирмә ҡороп донъя көткән.  Советтар Союзы заманында был ике  республиканы  бер дәүләт ҡанаты аҫтында йәшәү ҙә берләштерә.  Хәҙер Евразия уртаһында урынлашҡан  5 миллион ярым халыҡлы Ҡырғыҙстан айырым дәүләт, әммә ул Рәсәй төбәктәре менән  бәйләнеште өҙмәй.  Башҡортостан  сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса  өсөнсө урында килә. Йыллыҡ тауар әйләнеше 224 миллион һум тирәһе, тик был  сик түгел. Таможня союзына инеү алдында торған ҡырғыҙҙар өсөн  халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу айырыуса мөһим.  Конгресс холл бинаһында, республиканың инвестиция ҡеүәтенә арналған   сарала һүҙ тап ошо хаҡта барҙы ла инде.
Әле Башҡортостандан Ҡырғыҙстанға нефть продукттары оҙатыла, Урта Азия дәүләтенән иһә беҙгә күберәк кизе-мамыҡ , туҡыма, кейем-һалым сығарыла, шулай уҡ импорттың күп өлөшөн электр лампалары биләй. Эшҡыуарҙар осрашыуҙа Өфө менән Бишкәк араһында тура  авиалиния асыу тәҡдимен дә индерҙе.  Шулай уҡ  туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә мөмкин.  Мәҫәлән,  социаль туризм программаһы буйынса. Ике республикала ла ауыл хужалығы  тармағы үҫешкән. Бөгөн ҡунаҡтар Өфө районындағы Алекссевка хужалығының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Башҡортостан һөт, ит етештереү буйынса алға киткән, шулай уҡ  йәшелсә үҫтереү буйынса ла  уңыштар бар.  Заманса теплицалар  сатлама һыуыҡтарҙа ла  уңыш алыу мөмкинлеге бирә. Ә бына  емеш-еләк  үҫтереүе ҡатмарлыраҡ. Ҡояшлы Ҡырғыҙстан вәкилдәре  был тәңгәлдә ярҙамға килергә әҙер.
Уның ҡарауы, Башҡортостанда  белем биреү системаһы  алға киткән.  Рөстәм Хәмитов ҡырғыҙҙарҙы Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында белем алырға ла  саҡырҙы.  Мәҫәлән, сит ил «Боинг»тарын  хеҙмәтләндереү буйынса белгес булып сығырға мөмкин. Мәғариф өлкәһенән тыш киләсәктә  мәҙәни бәйләнештәрҙе лә нығытыу ҡарала.  Киләһе йылдың мартында уҡ  республиканың сәнғәт әһелдәре  Бишкәккә юлллана,Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтәсәк.  Беҙҙе уртаҡ тамырҙар, ғөрөф-ғәҙәтттәр,  йолалар, тел оҡшашлығы бәйләй. Бер-беребеҙҙе аңлау өсөн тәржемәсе кәрәкмәй, туғандаш халыҡтар татыу, берҙәм йәшәргә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика