Ҡырғыҙстан менән аралар яҡыная

Ҡырғыҙстан менән аралар яҡыная 15.08.2014

Бөгөн Республика етәксеһе  Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе Болот Джунусов менән осрашты.

Унда ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек  юлдарын киңәйтеү хаҡында һүҙ барҙы. Әле Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы  тауар әйләнеше  йылына 225 миллион  доллар тирәһе. Әммә уның күп өлөшө Башҡортостандан оҙатылған  нефть продукттары  иҫәбенә тура килә. Киләсәктә  республиканың сауҙа кәштәләрендә Ҡырғыҙстан тауарҙарын  көтөп ҡалабыҙ, тине Рөстәм Хәмитов. Һуңғы осорҙағы сәйәси ваҡиғалар фонында был хеҙмәттәшлек айырыуса  мөһим.  
Ике яҡ араһындағы хеҙмәтәшлекте  иҡтисад, сауҙа өлкәһендә генә түгел, фәнни-ғәмәли, ижтимағи-мәҙәни өлкәлә лә нығытыу ҡарала. Башҡорттар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа бер тамырҙан сыҡҡан төрки халыҡ, тел, ғөрөф-ғәҙәттәр оҡшашлығы бар. Ҡунаҡтар Рөстәм Хәмитовҡа Ҡырғыҙстан Президентының  саҡырыуын да еткерҙе. Быйыл уларҙа  бөтә донъя  күскенселәр  уйыны үтәсәк.  Ҡырғыҙҙар был сарала Башҡортостан делегацияһын да күрергә теләй.
Болот Джунусов, Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: «Күсмә халыҡтар араһындағы был уйындар беренсе тапҡыр ойошторола. Унда ат сабыштары ла, башҡа милли уйындар ҙа буласаҡ. Төрлө илдәрҙән командалар ҡатнаша. Башҡортостан менән Ҡырғыҙстандың тамырҙары бер, шуға беҙҙең арала оҡшашлыҡ күп. Әйткәндәй, ШОС илдәренең үткән саммиты Бишкәктә ойошторолдо. Киләһе йыл һеҙҙә. Уртаҡлыҡтар, тәжрибә бүлешәһе өлкәләр, хеҙмәттәшлек  йүнәлештәре күп».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика