Яңы үрҙәргә яңы спорт кейемдәрендә 29.12.2016

Стәрлебаш районының баскетбол командаһының хәҙер үҙ формаһы бар. Күптән түгел генә улар төбәк ярыштарында үҙҙәренең төп дәғүәселәре Миәкәләрҙе еңгән. Хәҙер йәш спортсыларҙы республика күләмендәге ярыштар көтә. Яңы форма команда рухын тағы ла күтәреп ебәрҙе, ти стәрлебаштар. Костюмдарҙы уларға Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бүләк итте.

Яңы формала тәүге уйын. Стәрлебаш баскетболсылары хәҙер алас-йолас кейемдә түгел. Һәр береһенең үҙ номеры. Кейемдәрҙән егеттәрҙең ҡайһы команда икәнлеге лә күренеп тора. Бер иш форма уйын һөҙөмтәләрен дә күпкә яҡшыртасаҡ ти үҫмерҙәр. Бер төрлө форма, бер команда, бер рух.
Стәрлебаштарға был төбәк ярыштарында финалға сыҡаны өсөн бүләк. Улар быйыл оҙаҡ йылдар алдынғылыҡты бирмәй килгән Миәкә командаһын еңеүгә өлгәшкән. Хәҙер баскетболсылар республика күләмендә үткән ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Бындай спорт костюмдарында Өфөгә генә түгел, ил баш ҡалаһына барыу ҙа оят түгел, ти Стәрлебаштар.
Һуңынан Зариф Бағусҡаров Стәрлебашта  халыҡты ҡабул итеү ойошторҙо. Урында йәшәүселәр Дәүләт Думаһы депутатына төрлө мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте. Гөлдәр Дауытова, мәҫәлән, ауылда йәшәүселәрҙең күпселеге өсөн көнүҙәк мәсьәлә-үҙ эшен башларға теләүселәргә кредит алыу ауырлығы проблемаһын күтәрҙе.
Эшһеҙлек, коммуналь проблемалар, пенсия һәм хеҙмәт хаҡы. Депутатҡа бирелгән һорауҙар республика төбәктәренең һәр береһенә хас. Оҙаҡ йылдар республиканың хоҡуҡ системаһында эшләүсе юрист уларҙың һәр береһенә төплө кәңәш бирҙе.
Бөйөк ватан һуғышы ветераны Ғабдрахман Ғабдрахманов етәкселәр һәм депутаттар менән осрашыуҙың береһен дә ҡалдырғаны юҡ. Бөгөн дә ул тотош ил күләмендәге проблемалар, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Халыҡ һайланыусылары йәмәғәтсеклеккә яҡыныраҡ булһын ине, ти ветеран.
Зариф Байғусҡаровтың был Дәүләт Думаһына һайланғандан һуң унынсы тапҡыр халыҡ менән осрашыуы. Депутаттар айҙың өс аҙнаһын Мәскәүҙә үткәрһә, бер аҙнаһын ғына Башҡортостанға бағышлай ала. Был ваҡытты мөмкин тиклем файҙалы һәм халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланып ҡалырға тырышам, ти парламент ағзаһы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика