Яңы иҫке Мэр

Яңы  иҫке Мэр 25.10.2016

Өфө ҡала хакимиәте башлығы итеп тағы ла Ирек Ялалов һайланды. Был юлы биш йылға. Быға тимклем ҡала хакимиәте башлығы  икешәр йылға ғына тәғәйенләнә ине. Ирек Ялалов сити-менеджер  вазифаһында 2014 йылдан.  Киләһе йылдарға яңы башлыҡ ниндәй үҫеш юлы тәҡдим итә? Ни өсөн ҡала советы депутаттары тап Ирек Ялаловтың үҫеш программаһын хупланы?

Бына улар юлбашсы вазифаһына дәғүә итеүсе өсәү. «УфаГорСвет»  директоры Илдар Чанышев, «Инициатива» төҙөлөш предприятиеһы етәксеһе Николай Герасимов һәм Ирек Ялалов. Дүртенсеһе, адвокат Ринат Әхмәҙуллин, һайлауғаса етә алмаған.
Дәғүәселәрҙең һәр береһе конкурс комиссияһы алдында Өфөнө үҫтереү буйынса үҙ  программаһын тәҡдим итте. Төҙөүсе булараҡ Николай Герасимов баш ҡала киләсәген  коммуналь проблемаларҙан, торлаҡҡа мохтажлыҡтан азат итеп күрә. Күберәк инвестициялар йәлеп итеп халыҡты уңайлы һәм арзан торлаҡ, яҡшы инфраструктура менән тәьмин итергә вәғәҙәләй. Шулай ҙа депутаттар биргән һорауҙарға, алдан әҙерләнеп килгән төҫлө , ҡағыҙҙан уҡып яуап бирҙе. Бәлки, ошо күренеште конкурс комиссияһы ағзалары өнәп бөтмәгәндер ҙә.
«УфаГорСвет» етәксеһе лә Өфөнө тағы ла сағыуыраҡ яҡтыртырға вәғәҙәләне.  Илдар Чанышев  үҙ сәйәсәтен  властың асыҡлығына, халыҡтың әүҙемлегенә ҡорған. Бюджет бүлеү эштәренә, көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итеүгә йәмәғәтселекте нығыраҡ ылыҡтырыу кәрәклеген белдерә.
Ирек Ялалов иһә үҙ сығышын вәғәҙәгә түгел, ә башҡарлыған эштәргә нигеҙләгән. Уның сити-менеджер булып эшләү дәүерендә Өфө байтаҡ үҙгәрештәр  кисерҙе. Дүрт йыл эсендә генә 5 йөҙ миллиард һум инвестициялар йәлеп ителгән. Инфраструктура танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, балалар баҡсаларына сират бөтөрөлдө, бағы тиклемпа ташландыҡ хәлдә булған парктарҙың 50 проценты төҙөкләндерелеп яңы һулыш алды. Халыҡ-ара форумдар, самммиттар ҙа тап уның эшләгән мәлендә ойошторолдо. Яңы объекттар, юлдар барлыҡҡа килде. Иң күләмле һәм тарихта ҡалырҙайы Затон күперенең сафҡа инеүе. Ләкин был эштәр мин алған  үҫеш векторының башы ғына, тип ышандыра Ирек Ялалов.
Депутаттарға өс дәғүәсе араһынан һайлау ауыр булманы. Улар бер төптән  Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына өсөнсө мөҙҙәткә Ирек Ялалов өсөн тауыш бирҙе. Шунда уҡ яңы, иҫке сити-менеджер менән контракт та төҙөлдө.
Рөстәм Хәмитов та ҡала советы депутаттары һайлауын хупланы. Һуңғы йылдарҙа Өфө танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, шулай ҙа хәл итәһе проблемалар, башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ, тине республика етәксеһе.
Тәү сиратта хәл ителергә тейеш проблемалар  рәтенә Рөстәм Хәмитов  ер мәсьәләләре, бюджет наҡыҫлығы, ҡаланың архитектур йөҙөн яҡшыртыуҙы ла сығарҙы. Ирек Ялаловҡа был эштәрҙе башҡарыу өсөн ваҡыт етәрлек бирелә. Быға тиклем контракт ике йылға төҙөлһә, был юлы сити-менеджер биш йыл урынында ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика