Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ объект төҙөү өсөн 24 миллард һумға яҡын аҡса тотоноу күҙаллана 16.09.2016

Ләкин был һандар күпкә артып китеүе лә ихтимал. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, юбилей объекттарын сафҡа индереү өсөн өҫтәмә 15 миллиард һум талап ителеүе  мөмкин. Бындай ҙур күләмде ҡайҙан табырға? 2019 йылда республикала ниндәй байрам саралары көтөлә? Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы барлау өсөн Башҡортостандың йөҙ йыллыҡ юбилейын ойоштороу комитеты тәүге ултырышҡа йыйылды.

Башҡортостандың тәүге административ үҙәге -Темәс. Ауыл музейы бер быуатҡа яҡын ваҡиғалар тураһында бай тарих һаҡлай. Тап ошо урында Зәки Вәлиди һәм уның фекерҙәштәре 1919 йылдың 21 февралендә тәүге бөтә башҡорт хәрби съезына йыйыла. Йыйында Башҡорт совет республикаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шул йылдың мартында уҡ был ниәт совет власы тарафынан хуплау табып тәүге автономиялы республика барлыҡҡа килә.
Был абруйлы датаны лайыҡлы уҙғарыу киләһе өс йылға билдәләнгән төп маҡсаттарҙың береһе. Йөҙ йыллыҡ юбелейҙы билдәләү ил башлығы Владимир Путин тарафынан хуплау табыуы ла оло мәртәбә өҫтәй. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан күләмле сараға Шос һәм Брикс саммиттарына ҡарағанда ла етдирәк әҙерләнергә бурыслы . Байрам кәйефен баш ҡала халҡы ғына түгел,  ҡала-район, ауылдарҙа йәшәүсе  һәр кеше тойорға тейеш.
Әҙерлек ысынлап та, төрлө яҡлы буласаҡ, ти ойоштороусылар.  Юбилейға мәҙәни саралар ғына түгел, йәшәйештең төрлө өлкәләрендә лә күләмле проекттар әҙерләнә. Төп башланғыстарҙың береһе «йөҙ йыллыҡҡа-йөҙ объект». Был проект тәүге көндәренән үк йәмғиәттә  оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Халыҡтан мәғариф, мәҙәниәт, медицина һәм башҡа социаль учреждениелар төҙөтөү тураһында тәҡдимдәр килгән.
Юбилей объекттарын төҙөү яҡынса 24 миллиард һумға баһаланған. Ләкин был күләмдең күпкә артып китеүе көтөлә. Рөстәм Хәмимтов әйтеүенсә, был эшкә аҡсалар мотлаҡ табыласаҡ. Күләмле яңырыуҙы  финанслауға бизнес даирәләрен, күләмле предприятиеларҙы йәлеп итеү күҙаллана.
Әйткәндәй, 2019 йылда республика халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуыуына, Башҡорт дәүләт академия драма театры барлыҡҡа килеүгә йөҙ  ,Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторолоуға  һикһән йыллыҡты үткрергә йыйына. Был саралар ҙа Башҡортостан юбилейына сиктәрендә үтеп тотош халыҡ байрамына әйләнергә тейеш. Ошо уңайҙан ижади коллективтарҙың тотош республика буйлап гастролдәре көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика