Йәштәр тормош дилбегәһен үҙ ҡулына ала 16.10.2015

Быйыл 13 сентябрҙә үткән һайлауҙа 35 йәшкә тиклемгеләрҙең 1 меңдән ашыуы депутат мандатын алды. Йәш депутаттар бөгөн Өфөгә тәүге форумға йыйылды, ассоциация төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Урындағы үҙидаралыҡ органдарында эш башлаусылар менән Республика башлығы ла осрашты. Һүҙ төбәктәрҙәге проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында барҙы.

Элек аҫты өҫкә әйләнеп ятҡан Байназар урамында хәҙер тигеҙ итеп таш түшәлгән. Юл төҙөкләндерелеү менән яңы урамға күсеп сығыусылар, йорт һалыусылар  артҡан. Байназарҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан  һәйкәл дә ҡалҡып сыҡҡан.  Был эштәрҙең башында ауыл советы депутаттары тора, уларҙың береһе  -  Илшат Иманғолов. Шуға күрә  әүҙем эшләгән йәш егеткә  быйылғы һайлауҙарҙа  депутат мандатын яулау ҙа ауыр булмаған. Бөгөн Илшат делегаттар араһында.
Халыҡтың ышанысын яулап икенсе мөҙҙәткә  үткән Илшат Иманғоловтан айырмалы, күп йәштәр сәйәсәттә  тәүге аҙымдарын яһай. Делегаттар араһында хатта,  20 йәшлектәр ҙә бар.  Бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо булһа ла, улар бар проблемаларҙы  йәшлек дыуамаллығы менән еңеп сығырға уйлай.  Йәшлек  кәртә түгел,  бейеүсе лә бейей-бейей оҫтара, йәштәрҙе өйрәтеү күпкә еңелерәк,  ти улар. Мәҫәлән,  Күгәрсендән 24 йәшлек Гөлфиә Собханғолова  әле үк юл һалдырыу теләге менән яна.
Урындағы үҙидара кешеләргә  иң яҡын торған власть органы,  ауыл  халҡы бар проблемалар менән тап  муниципаль берәмектәргә мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, тәжрибәһеҙ йәштәргә уларҙы хәл итеү еңел булмаясаҡ. Шуға күрә бөгөн форумда  депутаттарҙы борсоған мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. Йәштәр  үҙ тәҡдимдәрен индерҙе, белгестәрҙең кәңәштәрен тыңланы.    Яңы эш башлаусылар менән Республика Башлығы ла осрашты.  
Осрашыу диалог формаһында барҙы. Йәштәр Рөстәм Хәмитовҡа үҙ һорауҙарын биреп аныҡ яуаптар алды. Мәҫәлән, Ҡыйғылар асыҡ һауа аҫтында йәшелсәселекте үҫтерергә ниәтләһә, Хәйбуллалар  климат үҙгәреү сәбәпле, көньяҡ  үҫемлектәрен йәки ҡоштарын үрсетергә иҫәп тота. Республика Башлығы  депутаттарҙың ҡыйыу фекерҙәрен хупланы һәм уларға бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә бирҙе.
Әлеге  депутат корпусының 18  процентын йәштәр биләй. Уларға халыҡтың ышанысын яулау еңел булмаясағы билдәле. Йәш башың менән өйрәтәһең, ҡыҫылма тип битәрләүҙәр, ғәйеп ташлауҙар булыуы ла ихтимал. Әммә ғәҙел һәм эшһөйәр булғанда  бар кәртәләрҙе еңеп сығырға мөмкин. Һәм  республиканың киләсәге лә тап ошо иләкте үткән  егет-ҡыҙҙар ҡулында.  Сөнки  йәштәр  урындағы үҙидара эшмәкәрлегенә яңы һулыш өрөр, идеялар индерер тип көтөлә.
13 сентябрҙә үткән һайлауҙар республиканың киләсәгенә, яҙмышына битараф булмаған әүҙем йәштәрҙең күп булыуын иҫбатланы.  Депутат мандатын яңы алыусылар араһында  35 йәшкә тиклемге меңдән ашыу  кеше бар. Хәҙер инде йәш көстәрҙе бергә туплап, уларҙың эшмәкәрлегенә дөрөҫ йүнәлеш биреү бурысы тора. Бөгөн ойошторолған форум һәм  йәш депутаттар ассоциацияһы тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика