«Йәшел энергетика», йәғни бәләкәй электр сығанаҡтарының мөмкинлектәре 21.10.2014

Бөгөн Өфөлә XIV Бөтә Рәсәй энергетика форумы асылды.  

Был  киләһе йыл Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС  илдәренең саммитына әҙерлек сиктәрендә  ойошторолған иң күләмле сараларҙың береһе. Форумда илдең, донъяның энергетика тармағынан 100-ҙән ашыу белгес ҡатнаша. Сараның маҡсаты - энергияны һаҡсыл ҡулланыуға йүнәлтелгән  яңы проекттарҙы әҙерләү, был юлы осрашыу «йәшел», йәғни бәләкәй энергетикаға арнала. Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, Башҡортостанда ҡеүәтле энергия системаһы булыуын билдәләп үтте. Республикала ҡеүәтле йылылыҡ-энергетика предприятиеларынан тыш, өс бәләкәй гидроэнергетика станцияһы бар, 2019 йылға тиклем биш ҡояш электр ҡоролмаһы  сафҡа индереләсәк. Иң мөһиме - халыҡтың энергия тотоноуға киткән сығымдарын кәметеү һәм ҡеүәтле предприятиеларҙың социаль яуаплылығын арттырыу,  тине Рөстәм Хәмитов.
Форум сиктәрендә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.  Энергетика өлкәһенә  бағышланған 20-се махсуслашҡан күргәҙмә эшләй. Тармаҡ белгестәре әйтеүенсә, технологиялар бер урында тормай. Бындай осрашыуҙар иһә тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу, яңы эш алымдарын үҙләштереү мөмкинлеген бирә.  Сараға  яғыулыҡ-энергетика тармағына белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттары студенттары ла саҡырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика