Йәш быуын берләшеү яҡлы

Йәш быуын берләшеү яҡлы 02.09.2016

Бөгөн Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары тәүге ултырышҡа йыйылып, яңы ғына барлыҡҡа килгән ойошманың составын, комиссияларын, киләсәккә эш планын раҫланы. Егет-ҡыҙҙар эмблема, флаг, гимн һайлауға ла етди ҡараған, әлегә уларҙың дизайны, эстәлеге өҫтөндә эш бара.

Әйткәндәй, комитет рәйесе вазифаһына «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө рәйесе итеп Ринат Рамаҙанов һайланған. Әлегә ул башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу теләге менән яна. Республиканан ситтә белем алыусы студенттарҙы тыуған яҡҡа ҡайтарыу, уларға эшкә урынлашыуҙа, торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам итеү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы ла бар. Бынан тыш, яңы ойошма йәш көстәргә фән, мәғариф өлкәләрендә камиллашыуына ла төп этәргес.
Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары йыл дауамында күләмле мәғариф, мәҙәни, спорт сараларын  уҙғарырға ниәтләй. Әйтәйек, баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында «Киске уйын» проекты тормошҡа ашырылһа, ноябрҙә йәштәр бизнес форумға йыйылып, эшҡыуарлыҡ нескәлектәре менән таныша аласаҡ. Ойошма вәкилдәренең киләсәккә маҡсаттары юғары - донъя кимәленә сығыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика