Волга буйы федераль округында Мәғлүмәтте һаҡлау өлкәһендәге белгестәрҙең ни бары 6 проценты махсус белемгә эйә

Волга буйы федераль округында Мәғлүмәтте һаҡлау өлкәһендәге белгестәрҙең ни бары 6 проценты махсус белемгә эйә 15.06.2016

Һүҙ башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре тураһында. Был турала Чебоксар ҡалаһында илдең Именлек советы секретары Николай Патрушев менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә билдәләнде.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Именлек советы секретары сит ил махсус хеҙмәттәренең интернет аша разведка эшмәкәрлеге әүҙемләшеүе тураһында билдәләп үтте. Шуға ла белгестәрҙең әҙерлек кимәлен күтәреү һәм Рәсәйҙә етештерелгән компьютер программаларына күсеүҙе тиҙләтеү мөһим тип билдәләнде ултырышта. Көн тәртибенә сығарылған тағы ла бер мәсьәлә экология хәүефһеҙлегенә, сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә ҡағылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика