Волга буйы федераль округы буйынса Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөндә алдынғыларсафына сыҡты 16.08.2016

Тармаҡтағы юғары темптар төҙөлөш материалдары етештереүселәр өсөн дә отошло. Мәҫәлән Шарандың керамика комбинаты кирбесен күп ҡатлы йорттар һалыусы ойошмалар ала. Баҡалы ла кирбес заводы уңышлы эшләй. Был һәм башҡа объекттарҙың продукцияһы һәм яҡын киләсәккә пландары  менән бөгөн Баҡалы һәм Шаранға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов танышты.  

Баҡалының «Үмәр» хужалығы ураҡ эштәрен алдағы көндәрҙә теүәлләргә тора. Ашлыҡ һуғыу бында сәсеүгә әҙерлек менән бергә бара. Ҡалған майҙандарҙа урып-йыйыуҙы тамамлағас та, комбайнерҙар райондың башҡа хужалыҡтарына ярҙамға юлланасаҡ. Быйыл иң күп ашлыҡ һуғыусы 10 комбайнсыға автомобиль бүләк итеү конкурсы ла беҙгә дәрт өҫтәй ти эшсәндәр. Мәҫәлән Николай Григорьев үҙенең «Нива»һында 11 мең центнерҙан ашыу ашлыҡ һуҡҡан.
Нива комбайнында эшләүсе механизаторҙар араһында Николай Григорьевтың күрһәткестәре республикалыға  тәүге өсәү араһына инергә мөмкинлек биргән. Ә хужалыҡта гектарынан уртаса 22 центнер уңыш йыйып ала. Был өмөттәрҙе аҡламаһа ла, бигүк насар түгел тип билдәләй «Үмәр»ҙәр. 10 йыл эшләп килгән предприятие күптән түгел «500 һөт фермаһы» программаһы сиктәрендә ҡураһын яңыртҡан.  
Ә бына «Магистраль» предприятиеһы ҡайнар бизнес диңгеҙендә тәүге аҙымдарын яһай. Бында ҡарабойҙайҙы эшкәртеү цехы сафҡа индерелгән. Уны сүп-сарҙан таҙартып, төргәкләү линияһы ҡоролған. Предприятие йыл аҙағына тиклем мең ярым тонна ҡарабойҙай эшкәртергә иҫәп тота. Әле сеймал аралашсыларҙан һатып алына.  Пландарҙа ярманы үҙ баҫыуҙарыбыҙҙа үҫтереү  һәм ҡарабойҙайҙан бутҡа   етештереү линияһын сафҡа индереү ти етәкселек. Бының өсөн күләмле инвестициялар талап ителә, Рөстәм Хәмитов эшҡыуарға ярҙам итеү юлдарын эҙләргә ҡушты.
Ҡарабойҙай эшкәртеүсе предприятие алдында баҙарҙа үҙ урынын табыу бурысы торһа, Баҡалының кирбес заводы инде үҙен танытып өлгөргән. 70-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән предприятие 2013 йылда күләмле реконструкция кисергәнгә тиклем 5 йыл самаһы бөтөнләй эшләмәгән. Хәҙер предприятиеның етештереү ҡеүәте ике тапҡырға артып, йылына 12 миллион данаға барып еткән.
Һәр поддонда кәмендә 300 кирбес, шулай итеп һәр төрөп бәйләүсе эш көнө дауамында 6 мең кирбесте теҙеп ҡуя. Бынан арттырып ебәреүселәр ҙә бар.
Предприятие  киләһе йыл аҙағына тиклем тулыһынса заказдар менән тәьмин ителгән. Баҡалының кирбес заводында бөгөн 200 ҙән ашыу кеше эшләй. Рөстәм Хәмитов ойошма башҡаларға өлгө булырлыҡ тип билдәләне.
Шарандың керамика комбинаты ла өҙлөкһөҙ эшләй. 2015 йылда бында 7 миллиондан ашыу кирбес етештерелгән, предприятиеның проект ҡеүәте ике тапҡырға күберәк. Башлыса продукцияны заводтың хужаһы булып торған төҙөлөш компанияһы ҡуллана, кирбес шулай уҡ күрше өлкәләргә лә оҙатыла.
«Аҡ быуа» ҡошсолоҡ комплексы Шарандың ғорурлығы. Предприятие ферма, инкубатор, ҡошто һуйыу һәм эшкәртеү цехтарынан тора. 2013 йылда комплекс яңыртылып, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бында етештерелгән продукция Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында, Шаран, Туймазы, Баҡалы райондарында һатыла. Ул шулай уҡ тейешле тикшереүҙәр үтеп, «Башҡортостан продукты» проектына ингән. Баҙарға тере себеш тә сығарыла. Әммә был өлкәлә әле конкуренция көслө. Башҡортостанға күпләп башҡа төбәктәрҙән ҡош ите килетерелә. Был шарттарҙа юғалып ҡалмаҫ өсөн сифатлы тауар етештереү генә аҙ, уны һатып алыусыға таныта белеү ҙә мөһим тип билдәләнде осрашыуҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика