Власть һәр беребеҙҙән башлана 08.07.2016

Ошо хәҡиҡәтте халыҡҡа аңлатыу кәрәк. Был турала бөгөн Республика башлығы «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе. Рөстәм Хәмитов үҙе  фирҡәнең кандидаттар исемлеген етәкләй. Был оло яуаплылыҡ, тине ул. Һәм буласаҡ депутаттарға ла талаптар ҡаты ҡуйыласағын белдерҙе, халыҡ һайланыусылары республиканың  йәмәғәтселек мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейеш.

Башҡортостандың  инвестициялар йәлеп итеү, торлаҡ төҙөлөшө, ауыл хужалығы буйынса уңыштары байтаҡ. Әммә Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, хәл ителмәгән  мәсьәләләр ҙә  бар. Әлеге ваҡытта өлкән йәштәгеләр яҡлауға мохтаж. Оло быуын кешеләренә ярҙам итеү өсөн киләсәктә геронтологик хеҙмәт асыу ҡаралған. Республикала шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙең яңы программаһы  булдырыласаҡ. Ихаталарҙы  төҙөкләндереү программаһын яңыртыу ҙа күҙаллана. Әле ошо маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн финанс ресурстар эҙләнә. Тимәк, киләһе саҡырылыш депутаттары алдында ла мөһим бурыстар тора.
Һайлау компанияһы еңел булмаған шарттарҙа үтә. Илдә иҡтисади хәл тотороҡланыуға ҡарамаҫтан, халыҡты борсоған проблемалар әҙ түгел.  Кеешеләрҙе бигерәк тә  эш, килем, хаҡтар үҫеүе, тарифтар менән бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Эксперттар фекеренсә, Рөстәм Хәмитов  уларҙы бөгөн үҙ сығышында ла билдәләне. Һәм был проблемаларҙы хәл итеүҙә  «Берҙәм Рәсәй»ҙең проекттары ла мөһим роль уйнай.  
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Дәүләт Думаһының әлеге  саҡырылыш депутаттары республика менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә эшләгән. Яңы закрон проекттаны ҡабул итеү, инвестициялар йәлеп итеү буйынса берлектә эш алып барылған.  
Киләсәктә лә закондар системаһын камиллаштырыу,  ябай халыҡтың мәнфәғәтен яҡлау мотлаҡ. Республиканың баш приставы Зариф Байғусҡаров фекеренсә бөгөнгө көндә  ғаилә мөнәсәббәттәре, хеҙмәт хаҡы менән бәйле ҡануниәтте үҙгәртеү талап ителә.
Киләһе саҡырылышҡа һайланған депутаттар корпусынан да һорау ҙур буласаҡ. Халыҡтың ышанысын юғалтырға ярамай, тине Рөстәм Хәмитов.  
Республикала һайлауҙар барышында  2 мең тирәһе депутат мандаты өсөн көрәш барасаҡ. Һәм сәйәси компания асыҡ һәм ғәҙел шарттарҙа үтергә тейеш. Һәр кандидат еңеүҙең еңел  бирелмәүен аңларға һәм халыҡ тауышын абруй һәм аныҡ эштәре менән яулап алырға  бурыслы.  
Йылдың иң төп сәйәси ваҡиғаһына ике айҙан ашыу ваҡыт ҡалды. 18 сентябрҙә  Дәүләт Думаһына һәм ҡала-район советтарына һайлауҙар үтә. Шулай уҡ ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға өҫтәмә тауыш биреү була. Кимәл төрлө булһа ла, маҡсаттар уртаҡ,  депутаттар республика мәнфәғәтен яҡларға, халыҡ өсөн хеҙмәт итергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика