Власть органдарына яңы  көстәр, яңы һулыш кәрәк 06.11.2014

Был турала бөгөн Башҡортостан Президенты «Селигер» бөтә Рәсәй  форумында ҡатнашыусы Башҡортостан  йәштәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Сара быйыл  йәй «Белем быуыны» тигән девиз аҫтында үтте һәм унда бөтә  бөтә илдән алдынғы ҡарашлы  йәш ғалимдар ҡатнашты.  Башҡортостандан данын  форумда 17 кешелек делегация яҡланы. Йәштәр  сәфәрҙән һуң  тәҡдимдәр тупланмаһын әҙерләгән.  Проектта эксперттар берлгеге,  Башҡорт  селигерын ойоштороу  тураһында һүҙ бара. Бөгөн Селигерсылар  уй-ниәттәрен Рөстәм Хәмитов менән дә уртаҡлашты.

Был кадрҙар  Шишмә районының Сәлих ауылында  ағас ултыртыу акцияһы мәлендә төшөрөлгән. Сараны ойоштроусылар - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ирекмәндәре. Уҡыу йорто  ауылдың буш торған мәктәбендә  социаль белем биреү үҙәге асып ебәргән, хәҙер бында төрлө  акциялар,  алдынғы уҡыусылар, йәштәр өсөн  саралар үтә.  Селигерҙа ҡатнашыусылар киләсәктә Сәлихтәге үҙәк базаһында   ҡышҡы селигер ҙа үткәрергә ниәтләй, йәғни бында  республиканан балаларҙы йәки йәш ғалимдарҙы йыйып түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ойошторорға мөмкин.  
Йәштәр фекеренсә,  Башҡортостанда ҡыш селигер ойоштороу өсөн бөтә шарттар бар, тау-саңғы комплекстары,  күркәм тәбиғәт. Тәүҙә Республика кимәлендә үткрәрергә, артабан  башҡа төбәктәрҙән вәкилдәрҙе  саҡырырға мөмкин. Рөстәм Хәмитов  йәштәрҙең ниәте ғәмәлгә ашһа, ҡунаҡҡа киләсәген белдерҙе. Осрашыуҙа күтәрелгән тағы бер тема мәғлүмәт порталын асыу. Республика етәксеһе йәштәргә ҡалыплашмаған,  фәһемле һәм ҡыҙыҡлы интернет сайт асыу тураһында уйланырға ҡушты. Унда көнүҙәк темалар, тормош мәғәнәһе хаҡында фекер алышып буласаҡ. Ҡағыҙ буйынса әҙерләнеп түгел,  ябай  формала 15 минутлыҡ  телмәр әҙерләргә мөмкин..  Был  идея  тормошҡа ашһа сығыш яһарға киләсәкмен, тине Рөстәм Хәмитов.
Селигерҙа ҡатнашыусылар  эксперттар берлеге төҙөргә лә уйлай. Ул бар йәш ғалимдарҙы берләштересәк.  Белгестәр  көнүҙәк проблемалар буйынса  фекер алышасаҡ.  Рөстәм хәмитов паралель структуралар  ойоштороу менән шөғөлләнмәҫкә, көстө реаль эштәргә йүнәлтергә тәҡдим итте. Мәҫәлән, кадрҙар әҙерләү үҙәге асҡанда  уларға эш урындары табыласаҡ..  Власть органдарына яңы көстәр кәрәк, тине Рөстәм хәмитов.
Рөстәм Хәмитов селигерҙа ҡатнашҡан йәштәргә ҙур өмөт бағлауын белдерҙе.  Башҡортостан делегацияһы бөтә рәсәй форумында юғары кимәлен күрһәтте. Ошо составтағы 17 йәш ғалим да  республиканың кадрҙар резервы базаһына индерелгән.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика