Вице-премьер Евгений Маврин менән иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев отставкаға ебәрелде 22.06.2015

Был туралағы указға бөгөн Республика башлығы ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыу бурысы министр урынбаҫары Рөстәм Ҡазыхановҡа йөкмәтелде. Кадрҙар алмашыныуға  Башҡортостандың  инвестиция климаты буйынса рейтингта  түбән төшөүе сәбәпсе булды. Республика Рәсәй  субьекттары араһында  40-сы урынды ғына биләй.
Был турала бөгөн Республика башлығы  иртәнге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.  Инфраструктура һәм ресурстар  яҡшы баһаланған. Ә бына  ике позиция - эшҡыуарлыҡ институты һәм бәләкәй  эшҡыуарлыҡҡа  ярҙам буйынса  Башҡортостан уртаса түбән баһа алған. Тап ошо күрһәткес дөйөм рейтингҡа йоғонто яһаған да инде. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә,  республиканы  был позиция ҡәнәғәтләндермәй,  төбәктә эшҡыуарлыҡ өлкәһен  үҫтереү буйынса  етди бурыстар ҡуйыла.
Бер нисә сәғәттән үк Рөстәм Хәмитов  кадрҙар үҙгәреше хаҡындағы  указдарға ҡул ҡуйҙы.  Белгестәр фекеренсә, был ҡарарҙар бик урынлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика