Вьетнам социалистик республикаһы президенты Чан Дай Куанг 2017 йылдың тәүге кварталында Башҡортостанға сәфәр ҡылырға ниәтләй 10.01.2017

Был турала ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге республика рәсми делегацияһы менән осрашыу барышында белдерҙе.

Хөкүмәт ағзаларынан тыш, делегация составына республиканың Вьетнам коллегалары менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләгән 15 предприятиеһы етәкселәре лә ингән. Сәфәр барышында эшлекле осрашыуҙар уҙғарыу,  Башҡортостан Хөкүмәте менән Бария-Вунгтау провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Әлегә ике төбәк араһында тауар әйләнеше әллә ни ҙур түгел. Беҙҙән Вьетнамға йылына 15 миллион долларлыҡ дауар оҙатыла. Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса был күрһәткесте  арттырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика