Вьетнам һәм Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек һүҙҙән ысынбарлыҡҡа әйләнергә тейеш

Вьетнам һәм Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек һүҙҙән ысынбарлыҡҡа әйләнергә тейеш 23.07.2014

Рөстәм Хәмитов был турала сит ил вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, тәүге осрашыуға ике йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, хеҙмәттәшлек өлкәһендә күҙгә күренерлек алға китеш юҡ.

Был юлы Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың үҫешкән төбәктәренең береһе Бариа-Вунгтау провинцияһы вәкилдәре менән осрашты. Һүҙ ике яҡтың эшҡыуарлыҡ даирәләре араһында бәйләнеш булдырыу, партнерлыҡ мөмкинлектәрен киңәйтеү тураһында барҙы. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Вьетнам провинцияһы менән Башҡортостанда берҙәм эшмәкәрлек итерҙәй йүнәлештәр күп. Ике яҡ та нефть сығарыу, эшкәртеү һәм химия тармағында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был йәһәттән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү мотлаҡ һәм беҙ уны Вьетнам республикаһына эш сәфәре менән барғанда төҙөргә әҙербеҙ, тине Рөстәм Хәмитов. Сит ил вәкилдәре иһә был бәйләнеште төрлө яҡлап та нығытыу кәрәклеген күҙаллай.

Фам Суан Шон, Вьетнам социалистик республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: «Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек юлдары киң. Беҙ иҡтисади яҡтан тыш, туризм, мәҙәниәт, мәғариф, фән өлкәһендә лә бәйләнеш булдырырға ниәтләйбеҙ. Беҙҙең республикалар конкурент түгел, киреһенсә бер -береһен тулыландыра ғына».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку