Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан бөгөн Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан бөгөн Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте 22.02.2017

Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы, хәрбиҙәрҙең республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булыуын билдәләне.

23 февраль - өлкән быуын күрһәткән батырлыҡты хәтерләү, уларға хөрмәт күрһәтеү һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеү көнө. Әгәр ҙә йәш быуын күңеленә тыуған илгә һөйөү, яуаплылыҡ тойғоһо һалына икән киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа. Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө бынан 22 йыл элек билдәләнә башлай. Әммә был байрамдың тарихы тағы ла тәрәнгәрәк барып тоташа. 1918 йылдың 23 февралендә Ҡыҙыл гвардия отряды Псков һәм Нарва эргәһендә кайзер Германия  ғәскәрен тәүге тапҡыр еңеп сыға.  Шул ваҡыттан алып был дата Ҡыҙыл армияның тыуған көнө тип иҫәпләнә. Ә 1946 йылда 23 февраль Совет Армияһы һәм хәрби-флот көнө тип атала. Шулай ҙа йылдар дауамында исеме үҙгәреп торһа ла, асылы шул килеш һаҡлана. Был көн ысын ир-егеттәр һәм ил һағында тороусылар көнө булып ҡала.
Тантаналы йыйылышта бер нисә хәрбигә Рәсәй оборона министры ҡул ҡуйған дәүләт наградалары тапшырылды. Ил һаҡсылары һәр саҡ иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡ, сөнки  илдең тыныс киләсәге уларҙың ҡулында. Тантаналы йыйылыш республика сәхнә оҫталарының ҙур концерты менән тамамланды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика