Урман хужалығын 2020 йылға тилем үҫтереү 17.02.2016

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында  2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса урман хужалығы комплексы эшмәкәрлеге  «Урман хужалығын 2020 йылға тилем үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы башҡарылған тип билдәләнде.

Тармаҡ күһәткестәре ыңғай үҫеште күрһәтә. Былтыр планлаштырылған 30,9 урынына  34,6 процент урман ҡырҡылған.  Фанера эшкәртеү, пиломатериалдар, ҡатырға, йорт йыһаздары, биологик йылытмалар әҙерләүҙә мөмкинлектәр ҙур. Әммә япраҡлы хужалыҡтарҙа  урман ҡырҡыу планы тулыһынса үтәлмәй. Сәбәбе - түбән сортлы ағас эшкәртеүҙә заман  ҡорамалдары булмауы, предприятеларҙың ҡырҡыуға тәғәйенләнгән урман фондынан алыҫ урынлашыуы, техника иҫкереүе. Шуға ла баҙар шарттарында урман эшкәртеүҙә әүҙемлек  күрһәтеүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға таянырға кәрәклеге билдәләнде.
Илдар Тимерғазин, Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары:
«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә урман эшкәртеү мөмкинлеге биреү республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр аса: ерле халыҡҡа яңы эш урындары булдырыла, утын, ағастан төҙөлөш материалдарына  ихтыяждары хәл ителә. Урман эшкәртеүҙе эшҡыуарҙарға  ышанып тапшырыу - республика һәм урман хужалығы предприятиелары бюджетына  өҫтәмә аҡса килтерәсәк,  урман хужалығы предприятиеларын техник йыһазландырыу мөмкинлеге бирәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика