Учалы районында 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаны ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үтте 24.01.2015

Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.

Вице-премьер билдәләүенсә, ябай булмаған иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан программаның төп саралары уңышлы бойомға ашырыла. Әммә ҡайһы бер йүнәлештәрҙә эште әүҙемләштереү мөһим. Учалы районына килгәндә, урындағы предприятиелар тарафынан 2014 йылдың 11 айында 25 милллиард һумға яҡын тауар оҙатылған һәм хеҙмәт күрһәтелгән. Инвесторҙар йәлеп итеп былтыр 200-ҙән ашыу эш урыны булдырылған, 300 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелгән. Төбәктең агросәнәғәт комплексында бер нисә етди проблеманы хәл итеү талап ителә. Был йәһәттән «Байрамғол» агрофирмаһында хужалыҡ милексеһе хеҙмәткәрҙәр һанын оптимәлләштереп симменталь тоҡомло һыйырҙарҙы тулыһынса ҡыҫҡартырға ҡарар иткән. Шулай уҡ әлеге ваҡытта Ураҙ һөт-тауар комплексының һәм башҡа бәләкәй бер нисә ферманың киләсәге лә борсолоу тыуҙыра. Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Рөстәм Мәрҙәнов район етәкселеге алдында аныҡ маҡсаттар билдәләне. Бынан тыш, ул ҡала үҙәк дауананаһының хирургия корпусы, тегеү фабрикаһы һәм төҙөлөп бөтмәгән янғын һүндереү депоһын ҡараны. Шулай уҡ граждандарҙың шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итеү ойошторҙо. Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары: «Төбәктә беҙ проблемалы объектарҙы ла ҡараныҡ. Шуларҙың береһе урындағы дауахананың хирургия комплексы. Әле далауалау үҙәген сафҡа индереү өсөн финанстар эҙләнә. Шулай уҡ быйыл «Байрамғол» хужалығының да яҙмышы ыңғай хәл ителер тип ышанам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика