Һуңғы йылдарҙа һайлауҙарҙа ҡатнашыусы халыҡтың әүҙемлеге юғары кимәлдә һаҡлана

Һуңғы йылдарҙа һайлауҙарҙа ҡатнашыусы халыҡтың әүҙемлеге юғары кимәлдә һаҡлана 07.11.2014

Был һайлау комиссиялары ағзаларының, сәйәси партиялар, дәүләт власы органдары,  шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең берлектәге эш һөҙөмтәһе. Бөгөн  Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 2014-се йылға  йомғаҡ яһаны. Осрашыуҙа һайлау системаһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә ведомство наградалары тапшырылды.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, быйылғы кампания юғары профессиональ кимәлдә үткән.   14-се сентябрҙә республика халҡы ваҡытынан алда Башҡортостан Президентын һайланы.  Берҙәм тауыш биреү көнөндә шулай уҡ муниципаль һайлауҙар ҙа ойошторолдо. Ике ай самаһы элек  илдең күп кенә  субъектында губернаторҙар һәм башлыҡтар һайланды. Башҡортостан улар араһында халыҡтың әүҙемлеге буйынса алдынғы урынды яуланы.
Киләһе йылдың көҙөндә республикала муниципаль кимәлдәге һайлауҙар үтә.  Яуаплы сараларға әҙерлек бөгөндән үк башланасаҡ, тиелде осрашыуҙа. Кәңәшмә һуңында  быйылғы һайлау кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса  яҡшы күрһәткестргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә  ведомство наградалары тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку