Уҙған йәкшәмбе республикала үткән муниципаль һайлауҙарҙа 89 мең 640 кеше ҡатнашҡан 11.09.2017

Был исемлеккә индерелгән халыҡтың 52 проценты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм тауыш биреү көнөндә Бөрө менән Белорет ҡалалары, Өфө районы Йоматау ауылы советтары һайланды, башҡа район-ҡалаларҙа буш мандаттар өсөн өҫтәлмә тауыш биреүҙәр үтте.  

Белорет ҡалаһынан Вәйсә Мортазина күреү һәләтен юғалтһа ла, һайлауҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Был юлы ла ул гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн үҙенең һайлау участкаһына килгән. Ярҙамға мохтаж бындай кешеләр өсөн төбәктә ирекмәндәрҙән торған төркөм дә төҙөлгән. Улар тырышлығы менән мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә үҙ кандидаттары өсөн тауыш биреү хоҡуһына эйә.
Ә бына участкаға килә алмаусы граждандар өйҙәрендә үк тауыш бирә алды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Дмитрий Трофимов та мөһим компаниянан ситтә ҡала алмаған. Шуға ла оло быуын вәкиле һайлау комиссияһы ағзаларын үҙе йәшәгән фатирға саҡырған. Дөйөм алғанда, был көндө Белоретта йәшәүселәр Ҡала советы депутаттарын һайланы. Мандат өсөн 56 кандидат көрәш алып барҙы.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә шулай уҡ Бөрөлә ҡала, Өфө районы Йоматауҙа ауыл советына депутаттар һайланды. Ә ҡалған төбәктәрҙә өҫтәмә һайлауҙар үтте. Йоматау ауыл советында урынлашҡан өс участкала бюллетендәрҙе эшкәртеүсе комплекстар файҙаланылды, ҡалғандарында машина уҡый алған код ярҙамында йомғаҡлау протоколдарын төҙөү технологияһы уңышлы ҡулланылды.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы 193 мандатҡа эйә булды.  
Башҡа партияларҙан 26 вәкил, шул иҫәптән үҙ-үҙен күрһәтеүсе 37 кеше муниципаль һайлауҙарҙа еңеү яуланы. Республикалағы һайлауҙар тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика