Тырыштарға - дәүләт наградалары

Тырыштарға - дәүләт наградалары 09.10.2017

Хеҙмәт һөйгән һөнәр эйәләренең көндәлек эше дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмай. Республика көнө алдынан  Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Биш  тиҫтә кешенең фиҙаҡәр хеҙмәте ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Рөстәм Хәмитов бүләкләнеүселәрҙе  тәбрикләп, тәү сиратта оло байрам - Республика көнө менән ҡотланы. Башҡортостан был байрамды лайыҡлы ҡаршы ала һәм был уңыштар тап һеҙҙең көндәлек эшегеҙ,  тынғыһыҙ хеҙмәт емешегеҙ. Төрлө тармаҡтарҙа эшләһәгеҙ ҙә һеҙҙе һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм хеҙмәткә тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә, тине Рөстәм Хәмитов.  
Юғары баһаға  лайыҡ булыусылар араһында етәкселәр ҙә, ябай эшселәр ҙә, нефтселәр, шахтерҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа,  сәнғәт вәкилдәре лә бар. Тырыш кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Әлбиттә, күркәм сараның республиканың төп дәүләт байрамы алдынан  үтеүе айырыуса әһәмиәтле, ти бүләкләнеүселәр. Сөнки уларҙың барыһы ла төбәк үҫешенә, уның имен киләсәгенә тос өлөш индерә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика