Тырыш хеҙмәткә лайыҡлы баһа 28.04.2017

Бөгөн  Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм артистары исемлеге тағы тулыланды. Рәсәйҙең, республиканың атҡаҙанған хеҙмәткәре исемен йөрөтөүселәр һаны ла артты. Дәүләт наградаларының  тап Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан тапшырылыуы ла символик мәғәнәгә эйә. Республиканың уңыштары һеҙҙең фиҙаҡәр эшмәкәрлек менән бәйле, тине Республика башлығы.  

Башҡорт музыка сәнғәтен Рим Хәсәновтың ижадынан башҡа  күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Бер нисә быуын тап ошо композиторҙың моңдарында тирбәлеп үҫә. Рим Мәхмүт улының исеме республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле. Композитор үҙ ғүмерендә меңдән ашыу йыр ижад итә, уларҙың йөҙгә яҡын хитҡа әүерелгән. Автор бөгөн дә ижадтан айырылмай. Моң эйәһенең  илһамлы хеҙмәте бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы тигән абруйлы исем менән баһаланды.  
Таантанала барлығы биш тиҫтәнән ашыу кеше бүләкләнде. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, әммә уларҙың  һәммәһен дә һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, тыуған республикаһына һөйөү,  тырышлыҡ, туҡтауһыҙ эҙләнеү кеүек күркәм сифаттар бәйләй.  
Бүләкләнеүселәр араһында  бөгөн һүҙ ҡөҙрәтен яҡшы белгән ҡәләм оҫталары ла бар. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы,   75 йәшен билдәләгән Хәсән  Назарға  Башҡортостандың  халыҡ шағиры тигән абруйлы исем бирелде.  Шағир кеше өсөн иң мөһиме халыҡтың һөйөүе, ышанысы, ти ул.
Ә бына билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гүзәт  Ситдиҡова балалар өсөн яҙылған «Ҡолонсаҡ»  китабы өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге  дәүләт премияһы тапшырылды.  Был  награда минең өсөн  оло ҡыуаныс та, яуаплылыҡ та, ти Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы.  
Бөгөнгө тантана   йыр-моң, ялҡынлы шиғырҙар менән үрелеп барҙы.  Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе дәүләт яғынан   иғтибар яңы бейеклектәргә, асыштарға  этәргес бирә тигән фекерҙә. Сөнки  киләсәктә награданы   тырыш хеҙмәтең аҡларға кәрәк.
Бөгөнгө бүләкләү тантанаһы айырыуса иҫтәлекле. Ғүмер буйы тыуған төйәгенә арымай-талмай хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары 1 май-яҙ һәм хеҙмәт байрам алдынан тапшырылды. Бүләкләнеүселәр залдан тура эш урындарына юлланды.  Уңыш артында туҡтауһыҙ һәм тынғыһыҙ хеҙмәт ята.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика