Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа

Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа 30.10.2015

Бөгөн алты тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғыһына  юғары исемдәр, почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, туҡланыу, йәшелләндереү, хеҙмәтләндереү предприятиелары вәкилдәре. Бөгөнгө бүләкләү тантанаһында исемлектең төп өлөшөн баш ҡала ойошмалары хеҙмәткәрҙәре биләй. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов билдәләүенсә, залда йыйылыусыларҙың быйыл йәй Өфөлә үткән Шос һәм Брикс саммиттары мәлендәге тырыш хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ.  Һеҙ үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы, ошондай шәхестәр булғанда республика алға барасаҡ, тине Сергей Александрович.
Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә,  дәүләт наградалары башҡарылған эштәргә йомғаҡ ҡына түгел, яңы башланғыстарға этәргес тә булып тора. Киләсәктә лә уны тырыш хеҙмәт, асыштар һәм ҡаҙаныштар менән аҡлау мотлаҡ.   Ә алда пландар күп, сөнки бөгөн республиканың сит илдәр менән бәйләнештәре нығый, яңы проекттар тормошҡа ашырыла.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика