Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт

Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт 02.12.2015

Бөгөн Республика башлығы биш тиҫтә хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Һеҙ юғары исемдәрҙе тырыш хеҙмәтегеҙ менән яулап алдығыҙ, тине Рөстәм Хәмитов.

Күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртерлек шиғырҙар авторы,  үткер ҡәләмле журналист,  билдәле йәмәғәт эшмкәре. Гөлфиә  Иҙелбаеваның исеме республика халҡына ғына түгел,   унан ситтә лә яҡшы таныш.  Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ижадҡа йәшләй генә килә, студент йылдарында  уҡ тәүге китаптары донъя күрә. 26 йәшендә  СССР Яҙыусылар союзына алына,  шағирәнең ижады бик күп телдәргә тәржемә ителә.   Ул  20 йылдан ашыу Башҡортостан ҡыҙының баш мөхәррире була, үҙен оҫта етәксе итеп таныта.  Ә депутат йөгөн тартҡан ваыҡтта һәр саҡ үткерлеге менән айырылып тора. Ғүмер буйы  халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан   Гөлфиә Иҙелбаеваға бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән абруйлы исем бирелде.
Бүләкләнеүселәр араһында шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, мәғариф, хеҙмәтләндереү өлкәһе  вәкилдәре күп.  Уларҙың барыһын да һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, фиҙаҡәрлек бәйләй. Наградалар   һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ менән яулап алынған, тине Республика башлығы.
Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә,  дәүләт наградалары  яңы башланығыстарға ынтылышты көсәйтә һәм киләсәктә лә уны тырыш хеҙмәт, асыштар һәм ҡаҙаныштар менән аҡлау мотлаҡ.   Ә алда пландар күп, сөнки бөгөн республиканың сит илдәр менән бәйләнештәре нығый, яңы проекттар тормошҡа ашырыла, халыҡтың йәшәү сифаты күтәрелә.  
Был  йыл Башҡортостан өсөн уңышлы булды, республика социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Бигерәк тә инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт тармағында етештереү ҡеүәттәрен арттырыу   йылдам  бара.  Артабан да туҡталып ҡалмау, яңы  үрһҙәргә артылыу мөһим. Сөнки уңыш тырыштарға ғына йылмай.  
Төҙөүсе, уҡытыусы, табип, йәмәғәт эшмәкәре.  Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйләре бар. Уларҙың хеҙмәт стажын бергә ҡушһаң мең йылдан да артып китә. Был йылдарҙағы һәр көн тынғыһыҙ хеҙмәт, эҙләнеүҙәр, асыштар менән һуғарылған. Бөгөнгө бүләкләү тантанаһы иһә ошо күркәм  тормош юлына лайыҡлы баһа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика