Оҙайлы Яңы йыл каникулдары дауаханаларҙың травматология бүлектәре өсөн ҙур һынау осорона әйләнә
Сөнки тап ошо  мәлдә төрлө сәбәптәр менән травматологҡа мөрәжәғәт итеүсе пациенттар арта.
16 / 01 / 2018 214
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы тәүге ултырышы 25 ғинуарға тәғәйенләнде
Унда йәмғеһе утыҙға яҡын закон проекты ҡараласаҡ.  Пленар ултырышҡа тиклем депутаттар закон проекттарын комитеттарҙа тикшерә.
16 / 01 / 2018 251
Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында заманса драматургия буйынса тәүге режиссерҙар лабораторияһы эш башланы
Унда илдең төрлө төбәктәренән саҡырылған алты йәш режиссер тәҡдим ителгән пьесалар буйынса үҙ идеяларын тормошҡа ашырасаҡ. Әлегә эскиздар яһала.
16 / 01 / 2018 175
Өфө илдең иң көслө дзюдосыларын йыйҙы
«Геркулес» спорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы Николай Попов иҫтәлегенә ойошторолған ярышта 23 йәшкә тиклемге өс йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Уларҙың ҡырҡы - Башҡортостан вәкилдәре.  Яҡташтарыбыҙ төрлө ауырлыҡ категорияларында икенсе һәм өсөнсө урындар алып, яҡшы күрһәткестәр менән һөйөндөрҙө.
16 / 01 / 2018 240
«Йыл кешеһе-2017» конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Республика Башҡортостан» гәзите тарафынан ойошторолған  сара бишенсе тапҡыр үтте. Быйыл  еңеүселәр исемлегендә 14 кеше, улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, хатта мәктәп уҡыусылары ла бар. Лауреаттарҙы  Республика башлығы ла тәбрикләне. Осрашыу йылы шарттарҙа, фекер алышыу форматында барҙы.
15 / 01 / 2018 172
Ял көндәрендә Өфөлә баш ҡала - Мәсәғүт йүнәлешендә йөрөгән пассажир микроавтобусы янды
«Яндекс Автобус» компанияһы маршруты бер ай элек барлыҡҡа килгәйне.  Транспортҡа ут төртөү әлегә иҫбатланмаһа ла, водителдәр был осраҡты конкуренттар эше тип билдәләй. Сөнки быға тиклем Өфө-Мәсәғүт юлында йөрөгән рейстан айырмалы «Яндекс автобус»тар юл хаҡын ике-өс тапҡырға арзаныраҡ ҡуйған. Юл һыҙаты, пассажирҙар өсөн көрәшме?
15 / 01 / 2018 184
Нидерландты француз илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 205 йыллығы билдәләнде
Был иҫтәлекле датаға башҡорттарҙың да  туранан-тура мөнәсәбәте бар. Төньяҡ Амурҙары короллекте азат итеүҙәге хәл иткес һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Башҡорт уҡсыларының таһыллығы ярҙамында наполеон баҫҡынсылары ҡыуыла, илдә идара итеүсе династия тергеҙелә. Ил тарихында һынылышлы мәлдәрҙе иҫкә алып Нидерландта башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. Бынан тыш, азатлыҡ яулаусыларға һәйкәл асыу ҙа ҡаралған. Рәсми делегация составында беҙҙең ижади төркөм дә ләләләр илендә булды.
15 / 01 / 2018 216
Яңы асышҡа - 500 мең һумлыҡ грант
Етештереүҙә полимерҙы иретеп тә ҡулланырға мөмкин. Быға тиклем химик матдә башлыса онтаҡ хәлдә генә файҙаланылған. Яңы асыштың Башҡорт дәүләт университеты аспиранты Анастасия Шишкина тарафынан яһалыуы ла ҡыуаныслы. Яҡташыбыҙ проектын ил кимәлендә ойошторолған «Умник» конкурсында яҡлап, 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Аҡса артабанғы лаборатор тикшенеүҙәргә тотоноласаҡ.
15 / 01 / 2018 190
Ағиҙел йылғаһы аша үткән күперҙе һыуыҡтар һынай
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һауа температураһының түбәнәйеүенә бәйле, күперҙең бетон ҡоролмалары емерелә башлаған. Белгестәр юл хәрәкәтен сикләү ваҡытын һуҙҙы. Быға бәйле, бөгөн саҡрымдарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала хакимиәте күперҙең авария хәлендә булыуы хаҡында былтыр декабрҙә хәбәр итте.
15 / 01 / 2018 226
Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары Рәсәй президентының республикаға тәғәйенләнгән иң күп стипендияларын отто
19 түләүҙең 10-ы ошо уҡыу йортона, шул иҫәптән 6-һы  электр механикаһы кафедраһы аспиранттарына бүленгән. Кафедрала махсуслашыусылар МС-21 яңы урта магистралле самолеты өсөн электр генераторҙары әҙерләү өҫтөндә эшләй. Йәш ғалимдар фекеренсә, финанс ярҙамы уларға фәни эҙләнеүҙәргә этәргес булып торасаҡ.  
15 / 01 / 2018 238
Өйлө кеше - көйлө кеше
Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәүсе Баймөхәмәтовтар өй туйланы.  
15 / 01 / 2018 167
Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары йышайҙы
Был хаҡта бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе 2017 йыл йомғаҡтарын барлағанда билдәләне. Башлыса бәхетһеҙ осраҡтар төнгө ваҡыттарҙа теркәлгән. Быға бәйле, инспекторҙар яҡтылыҡты сағылдырыусы махсус әйберҙәр тағып йөрөргә кәңәш итә.
15 / 01 / 2018 178
ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 15.01.2018
Бөгөн Пермь мәктәптәренең береһендә ике үҫмер бысаҡ менән уҡыусыларға ташланған. Ғәҙәттән тыш хәлдә 15 кеше, шул иҫәптән балаларҙы һаҡларға маташыусы уҡытыусы зыян күргән. Йәрәхәтләнеүселәрҙең өсәүһе ауыр хәлдә реанимацияға эләккән. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулған алған. Пермдәге фажиғәнән һуң вице-премьер Ольга Голодец мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтергә ҡушҡан.  
15 / 01 / 2018 177
Ишембайҙа 39 йәшлек ирҙең үҙ-үҙенә ут төртөү осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатты
Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә урындағы хакимиәт алдында теркәлде. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, иң тәүҙә ул  сисенгән, һуңынан өҫтөнә бензин ҡойған. Был хәлгә ирҙең эшһеҙ ҡалыуы йәки ҡаты ауырыуы сәбәпсе булыуы ихтимал.
15 / 01 / 2018 239
2017 йылдың 15 cентябрендә Рафиҡ Вафа улының тыуыуына 100 йыл тулды
Башҡорт композиторы, музыкант һәм йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Замандаштары Рафиҡ Сәллмәновты эшһөйәр, илһөйәр кеше, музыкала башҡорт милли биҙәктәрен бар матурлығында аса белеүсе ижадсы булараҡ хәтерләй.
15 / 01 / 2018 214
Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан бөгөн баш ҡалала тантаналы сара үтте
Йыл дауамында лайыҡлы эшләгән ваҡытлы матбуғат, полиграфия, нәшриәт һәм электрон мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Сарала беҙҙең телеканал хеҙмәткәрҙәре лә билдәләнде.
15 / 01 / 2018 264
Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү маҡсатлы программаһына ярашлы, Мәсетле районында Әй йылғаһы аша аҫмалы күпер төҙөлә
6 йыл  үткәндән һуң уға  ремонт үткәрелгән. Был күпер халыҡҡа район үҙәгенә дауаханаға, башҡа йомош менән йөрөгән юл оҙонлоғон  өс тапҡырға кәметеүгә булышлыҡ иткән. Элек 80 саҡрымға һуҙылған урау юлдан йөрөһәләр, хәҙер аҫмалы күпер аша тура юлдан 15-20 минутта үтәләр. Бигерәк тә былара ошо зонала эшләгән  ашығыс ярҙам машиналары хеҙмәткәрҙәренә уңайлы.
15 / 01 / 2018 180
Ҡайғылы хәбәр
69-сы  йәшендә «Салауат Юлаев» клубы  тарихында иң мәргән хоккейсы Владимир Быков арабыҙҙан китте. Өфө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе 1966 йылдан 1979 йылға тиклем юлаевсылар өсөн сығыш яһай. Башҡортостанда хоккей буйынса тәүге спорт мастеры ил беренселектәрендә дәғүәселәр ҡапҡаһына 342 шайба индереүгә өлгәшкән.
15 / 01 / 2018 188
Аҙна яңылыҡтары. Яңы йыл каникулдарында Рәсәй иҡтисады 1 триллион 2 йөҙ миллиард һум аҡса юғалтты
Ялдың һәр көнөн хисапсылар 150 миллиард һумға баһалаған. Оҙайлы байрамдар айырыуса сәнәғәт өлкәһе һәм офис компаниялары өсөн ҙур юғалтыуҙар килтерә. Дөйөм алғанда завод- фабрикаларҙың етештереү ҡеүәте 15-20 процентҡа кәмей. Уның ҡарауы, хеҙмәт күрһәтеү, күңел асыу, транспорт, туризм өлкәһе байып ҡала. Юл йөрөү яңы йыл байрамдарында 30-40 процентҡа артып торҙо.
14 / 01 / 2018 245
Аҙна яңылыҡтары. Республикала яңы сыҡҡан купюралар әйләнешкә инде
Иң тәүҙә уларҙы илдәге иң «бай» граждандар- хаҡлы ялдағыларға таратып бирҙеләр. Пенсионерҙар хәҙер булған ғына аҡсаһын да тотона алмай. Яңы банкноталарҙың ялған булыуы ихтимал тип һатыусылар алып бармай, ҡурҡалар. Милли банктың  яңы ике йөҙ һәм ике мең һумлыҡ аҡсаларҙы һәр ерҙә лә  алырға ҡушыуына ҡарамаҫтан.  
14 / 01 / 2018 185

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 745 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика