Туймазы район советы ҡарамағындағы  Йәштәр советының тәүге ултырышында «Башҡортостан йәш депутаттар ассоциациаһы» ның урындағы бүлеге ойошторолдо 26.01.2017

Бөгөн районда 35 меңдән ашыу йәш кеше иҫәпләнә. Совет тап уларҙың проблемаларын  хәл итеүҙе  маҡсат итеп ҡуя. Ойошмаға эшҡыуарҙар, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорт өлкәһе белгестәре, уҡытыусылар, табиптар инә.

Йәштәр советы ағзалары билдәле ваҡыт арауығында төрлө темаларға арналған проекттарҙа эшләйәсәк, Туймазы район советы ултырыштарында, ул ойошторған сараларҙа ҡатнашасаҡ. Улар депутаттар менән берлектә эш итә. Был йәһәттән  Башҡортостан йәш депутаттар ассоциацияһының урындағы бүлегенә ҙур өмөттәр бағлана.
Альберт Хәсәнов, Туймазы районының йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек  мөдире: «Советта 35 йәш кеше иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе төрлө идеялар менән яна. Берәүҙәр шәхси эшҡыуарлыҡ буйынса, икенселәре төҙөлөш, сәнәғәт буйынса ҡыҙыҡһына. Беҙ советҡа иң тырыш, маҡсатлы, инициативалы, үҙҙәренең проекты булған йәштәрҙе һайлап алдыҡ. Уңышлы, һөҙөмтәле эшләрбеҙ тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика