Тура бәйләнештә! 08.09.2016

Бөгөн бер сәғәт дауамында республика һайлаусылары телефон аша Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә алды.

Тура бәйләнеш йыл һайын Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан ойошторола торған сара. Гражданлыҡ бурысын  ҡайҙа һәм нисек алдан үтәргә мөмкин, үҙеңдең тауыш бирәсәк участкаңды нисек белергә?  Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһенә республиканың төрлө төбәктәренән тиҫтәнән ашыу кеше шылтыратты. Һорауҙар шулай уҡ  кандидаттар исемлеге һәм депутаттарға лә ҡағылды. Ни өсөн депутат креслоһында срогы тамамланған халыҡ һайланыусылары башҡарған эше тураһында отчет бирмәй, Өфөнән тыш һайлау участкаларында видеокүҙәтеү ҡоролмалары буламы? Тауыш биреүселәрҙе борсоған һорауҙар тематикаһы буйынса шаҡтай киң булды. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә бирелгән  иң ҡыҙыҡлы һорауҙар киң мәғлүмәт сараларында ла баҫылып сығасаҡ. «Ҡыҙыу линия» ла үҙ эшен дауам итә, кәрәкле мәғлүмәтте 8 800 347 5454 һандарына шылтыратып алырға була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика