Тормош дилбегәһе йәштәр ҡулына күсә

Тормош дилбегәһе йәштәр ҡулына күсә 16.10.2015

Әлеге минуттарҙа  Өфөлә йәш депутаттарҙың  форумы бара. Сараның маҡсаты - төбәкәтәрҙәге инфраструктураны үҫтереү өсөн 35 йәшкә тиклемге депутаттарҙың көсөн бергә туплау.

Быйыл 13 сентябрҙә  үткән һайлауҙарҙан һуң  35 йәшкә тиклемге 1 мең 100  кеше депутат мандатына эйә булған. Бөгөн  уларҙың 700-е съезд делегаты булып Өфөгә йыйылды. Белгестәр йәш көстәр республиканың тормошона яңы һулыш өрөр, төрлө  көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә яңы идеялар тәҡдим итер тип ышана. Форумдың эше ике төп бүлектән торасаҡ. Тәүгеһе оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәлдәр форматында үтә. Унда махсус саҡырылған тренерҙар етәкселек итә. Ҡатнашыусылар ауылдың мөһим проблемаларын тикшерә, тәжрибә уртаҡлаша, ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Шулай уҡ «Башҡортостандың йәш депутаттары ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының ойоштороу конференцияһы үтте. Төштән һуң сараның икенсе өлөшөндә республиканың  етәкселәре ҡатнашлығында дискуссия ойошторола. Фекер алышыу барышында ауыл ерен, урындағы үҙидараны социаль-иҡтисади үҫтереү һәм закон сығарыу башланғыстарын әҙе рләү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика