Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк 12.11.2015

Республикала «Сода» компанияһы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек башҡа урындар ҙа байтаҡ. Был турала Рөстәм Хәмитов медиафорум сиктәрендә үткән район баҫмалары хәбәрселәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Республика башлығы әйтеүенсә, Торатауҙы беренсенән айырыуса һаҡланған биләмә статусы һаҡлаһа, икенсенән, Башҡортостандың 70 процент халҡы уны эшкәртеүгә ҡаршы тауыш биргән. Урындағы халыҡ менән низағлашыу үҙен ихтирам иткән бер генә компанияға ла кәрәк түгел.  Сеймал өсөн альтернатив ятҡылыҡтар табылған. Ләкин «Сода» компанияһы ғына өҫтәмә сығымдар һалмайынса етештереү күләмдәрен арттырырға ниәтләй. Әлбиттә, эш урындары ла кәрәк, шулай ҙа нисек кенә булмаһын Торатауға тейеү юҡ, тине төбәк етәксеһе.
Торатау тураһындағы һорауға Рөстәм Хәмитов ике сәғәтлек әңгәмәнең ҡырҡ минутын бағышланы. Район баҫмаларына республика етәксеһе менән күҙгә-күҙ ҡарап  әңгәмәләшеү форсаты бик һирәк тейә. Шуға күрә һәр хәбәрсе үҙ районына ҡағылған һорауға яуап алырға тырышты. Журналистарҙы төбәктәрҙә туризм үҫеше, ауыл хужалығы, мәғариф мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  һорауҙарға мөмкин тиклем киңерәк һәм һәр районға ҡағылышлы итеп  яуап бирергә тырышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика