Төркиәгә туристик путевкалар һатыу туҡтатылды 25.11.2015

Был туралағы хәбәр  илдә йәшен тиҙлегендә таралды. Сүриә менән Төркиә  сигендә Рәсәй хәрби һауа көстәренә ҡараған СУ-24 самолеты бәреп төшөрөлгәс, Туризм буйынса федераль агентлыҡ туроператорҙарға Төркиәгә юллама һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим яһаны. Халыҡ был яңылыҡты тыныс ҡабул иткән. Беренсенән, Төркиәлә ял миҙгеле тамамланһа, икенсенән, ял уҙғарыу өсөн Рәсәйҙә лә урындар күп.

Төркиәгә баш ҡаланан тура Өфө-Истамбул авиарейсы менән эләгергә була. Был рейсты туҡтатыу ихтималлығы туристик компанияларҙы борсоуға һалған. Әлегә самолеттар осоуын дауам итә. Ләкин Төркиәгә юлланыусы тимер ҡоштарҙа пассажирҙар әҙ. Авиабилеттар һатыусы ойошмаларҙа белдереүҙәренсә,  ял миҙгеле үтте, ҡайһы берәүҙәр рейстарҙан баш тартҡан.
Йәй  Рәсәй туристары өсөн Төркиә иң популяр ял үҙәктәренең береһе. Йыл һайын унда 600 меңдән ашыу ватандашыбыҙ ял итә. Ҡыҙыу миҙгел май айынан октябргә тиклем дауам итә. Әле Төркиәлә һалҡын булғанлыҡтан туристар икенсе илдәрҙе һайлай. Шуға ла туристик операторҙарҙың сит илгә юллама һатыуын туҡтатыуы бер ниндәй ҙә һорау тыуҙырмаған.  Әйткәндәй, халыҡ та был үҙгәрештәрҙе тыныс ҡабул итте.
Республикала ла ял итеү өсөн уңайлы урындар байтаҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһенә тура юл һалына, Ирәмәлгә Башҡортостан яғынан күтәрелеү өсөн яңы  һуҡмаҡ һалыу ҡарала.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Башҡортостанда һәр кем үҙенә оҡшаған турҙы һайлай ала. Мәҫәлән, әҙәбиәт һөйөүселәр Цветаева менән Аксаков ижад иткән урындарға сәйәхәт итеү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ «Урал батыр» эпосы менән бәйле маршруттар ҙа бар. Бынан тыш, тәбиғәт объекттар менән дә танышырға мөмкин. Экстрим һөйөүселәр һунарға сыға ала, һалда ағыусылар ҙа бар».
Төркиәлә яңы ял миҙгеле башланғансы сит ил менән бәйләнеш ниндәй боролош алыры әлегә билдәһеҙ. Шуға ла туристик операторҙар план ҡормай, урындарҙы ла алдан бронләмәй. Мысыр менән Төркиәгә юл ябылыуына борсолорға кәрәкмәй. Диңгеҙҙә ял итергә яратыусылар Ҡырым ярымутрауын һайлай ала. Унда путевка хаҡтары тешләшмәй, тип белдерә туристик компаниялар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика