Страховкалаусы ойошмалар халыҡ мәнфәғәтенән сығып эш итергә тейеш 26.03.2016

Был турала бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһының граждандарҙы һаҡлау органдарының ташҡынға әҙерлеген тикшереү барышында белдерҙе.

Өфөнөң Киров районында алты йөҙләп йортҡа һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында Кооператив биҫтәһендә ҡотҡарыусылар шаҡымаған ишек ҡалмаған. Ағиҙелдә һыу кимәле апрелдең тәүге көндәрендә үк күтәрелә башлаясаҡ тип фаразлай белгестәр.
Ҡотҡарыусылар ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ҡайҙа йәшәгәнлеген теүәл белә. Ташҡын хәүефе янаған биләмәләрҙәге халыҡтың исемлеге төҙөлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр мәлендә уларҙың именлеге өсөн яуаплы ойошмалар әҙерлек һыҙығында.
Башҡортостан башлығы Өфөнөң Киров районының ташҡынға ҡаршы штабы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Ағиҙелдең кимәле күтәрелеүгә хеҙмәткәрҙәр әҙер. Кооператив биҫтәһен быйыл һыу баҫасаҡ тип билдәләй улар. Халыҡ иҫкәртелгән. Әле күптәр мөлкәтен һаҡлап ҡалыу өсөн көс һала. Страховкалаусылар ғына, хәүефтең юғары булыуын күреп, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙән баш тарта тип билдәләй  район хакимиәте вәкилдәре.
Ленин районынын ташҡынға ҡаршы 2-се штабы Өфө йылға вокзалы биләмәһендә урынлашҡан. Һыу кимәле күтәрелгән осорҙа хеҙмәткәрҙәр халыҡ именлеген тәьмин итәсәк. Байтаҡ социаль учреждениелар, предприятие һәм ойошмалар, энергетика объекттары хәүеф биләмәһендә. Йылға кимәле күтәрелгәндә Ленин районында өс урында һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Затон, Нижегородка һәм Козорез биҫтәләрендә йәшәүселәр менән әле үк иҫкәртеү эштәре алып барыла. Йәшәйеште тәьмин итеү өсөн дә саралар күрелә.
Баш ҡала эргәһендә Ағиҙел 9 метрғаса күтәрелеүе ихтимал тип фаразлай синоптиктар. Шуға ла халыҡтың именлеге хаҡына барлыҡ хеҙмәттәрҙең үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл башҡарыуы шарт тип билдәләй Башҡортостан башлығы.
Өфөлә һуңғы тапҡыр ташҡын 10 йыл самаһы элек теркәлде. Уҙған осор эсендә күптәр һаҡланыу сараларын онотоп та өлгөрҙө. Һыу баҫҡан урындарҙа торлаҡ йорттар барлыҡҡа килде. Республика башлығы әйтеүенсә, именлек тәү сиратта тейешле ведомстволарҙың яуаплылығына ғына түгел, ә һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙең үҙ яҙмышына ҡарашына ла бәйле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика