Стәрлетамаҡ ҡалаһы йәштәр көнөн   пикник һәм велоуҙыш менән билдәләне 27.06.2015

Был саралар Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһы тип нарыҡланған ҡалала йәшәүсе йөҙҙәрсә кешене бергә йыйҙы. Стәрлетамаҡтарҙы  байрам менән Республика башлығы ла тәбрикләне. Бөгөн урында үҫеш концепцияһына арналған кәңәшмә лә уҙҙы. Унда ҡала советы депутаттары, эшҡыуарҙар  уй- ниәттәре менән бүлеште.  

Ҡала хакимиәте алдындағы үҙәк майҙан  күп балалы ғаиләнең өйөн  хәтерләтә.  Бында тормош ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ гөжләп тора. Берәүҙәр  ағастар аҫтында, һиллектә тәмләп сәй эсә, икенселәре  төрлө уйындарҙа ҡатнаша йәки йәш ашнаҡсылар мәктәбендә бешеренергә өйрәнә, өсөнсөләре иһә  был мәлде мәңгеләштереп ҡалырға ынтыла.
Саф һауала  айырыуса кескәйҙәр майҙансыҡтары күп, был тәбиғи. Йәш ғаиләләр бында  балалары менә бергә ял итергә килә. Саранан өлкән быуын вәкилдәре лә ситтә ҡалмай.  Пикник ҡала көнө һымаҡ барыһын да берләштергән күркәм сараға әйләнгән, ул Стәрлетамаҡта икенсе тапҡыр ойошторола.
Паркта уйын, спорт майҙансыҡтарынан тыш төрлө экспозициялар ҙа урын алған. Мәҫәлән, был мөйөш ғәҙәти булмаған әйберҙәр күргәҙмәһе тип атала. Уның төп үҙенсәлеге шунда, бөтә эштәрҙе лә Стәрлетамаҡтың ҡул оҫталары әҙерләгән. Бына минең өҫтөмдәге был сағыу кейемде Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка мәктәбе уҡыусылары кейеҙҙән теккән.
Стәрлетамаҡта йәштәр көнөнә арналған тағы бер күләмле сара - велоуҙыш. Ул Салауат кинотеатры алдында башланды. Тимер транспортҡа атланыусылар араһында балалар ҙа, йәштәр, өлкәндәр ҙә бар.
Өфөләге велоуҙыштағы һымаҡ бында төрлө битлектәр кейеп йәки  велосипедтарын биҙәп килеүселәр юҡ. Әммә халыҡтың күпләп килеүе үҙе үк Стәрлетамаҡтарҙың актив спортты  яратыуын иҫбатлай.
Ҡаланың тарихи үҙәгендә  әле йәйәүлеләр өсөн  майҙан, йәғни Стәрлетамаҡ арбаты  төҙөлә.  Проект дүрт этапты үҙ эсенә ала,  уның хаҡы 230 миллион һум. Тәүгеһен киләһе йылға тамамлау ҡаралған. Әле эш  башланған, төрлө төҫтәрҙә балҡыған фонтан  август башында асыла, бында шулай заманса стилдәге  яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр урын аласаҡ. Ҡартайған ағастар декоратив үҫентеләр менән алмаштырыласаҡ.  Артабан инде кинотеатр артында балалар һәм йәштәр өсөн актив ял зонаһы  төҙөләсәк.
Стәрлетамаҡтың социаль-иҡтисади үҫеш  йүнәлештәре, мөхитте үҙгәртеү концепцияһы бөгөн ҡалала үткән кәңәшмәлә лә тикшерелде. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Стәрлетамаҡ Башҡортостандың иң уңышлы ҡалаларының береһе, бигерәк тә төҙөкләндереү буйынса. Демография яҡшыра, шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа юҡ түгел, сәнәғәт предприятиеларының етештереү ҡеүәте кәмей, эшһеҙлек  бар. Республика башлығы тормош сифатын яҡшыртыу, кешеләрҙең йәшәүгә ынтылышын нығытыу бурысын ҡуйҙы.  Шуларҙың береһе ҡалала 3 д концепцияһын ғәмәлгә ашырыу.
Стәрлетамаҡ республикала Өфөнән һуң икенсе ҙур ҡала, төбәктә 300 мең тирәһе кеше йәшәй. Ҡаланың ҡеүәте лә, мөмкинлектәре лә киң. Тик уны дөрөҫ итеп файҙалана белергә  кәрәк.  Был тәңгәлдә Өфөнә миҫалға килтерергә мөмкин. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, өс йыл элек халыҡ-ара саммитарҙың Башҡортостанда үтәсәгенә бер кем дә ышанмай ине. Бөгөн иһә һөҙөмтәләр күҙ алдында. Өфө көндән-көн йәшәрә, күркәмләнә. Теләк һәм хеҙмәт менән бар  кәртәләрҙе лә еңергә була.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика