«СоцИнформ» төбәк  тикшеренеүҙәр үҙәге 18 сентябрҙә үтәсәк һайлау алдынан халыҡ фекере менән ҡыҙыҡһынған. Һорау алыуҙа барлығы 2000-гә яҡын кеше ҡатнашҡан 09.09.2016

Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала  электорат әүҙемлеге 64 процент  булыр тип көтөлә. Халыҡтың 20 проценты кем өсөн тауыш биреүҙе әлегә хәл итмәгән.

Төп сәйәси партиялар рейтингына килгәндә,  «Берҙәм Рәсәй»- 55,7 процент, КПРФ-18,2, ЛДПР- 10,3 һәм «Ғәҙел Рәсәй» - 6,3 процент тауыш йыйыр тип фаразлана. Ҡалған партияларҙың һәр береһе 2 проценттан кәмерәк тауыш йыйған.  Һорау алыу 1-6-сы сентябрҙә үткән.  
Андрей Ғәйфуллин, «Социнформ» төбәк тикшереү үҙәге етәксеһе: «Һорау алыуҙа 1862 кеше кеше ҡатнашты. Ул һайлау үтәсәк республиканың бар алты округында йәшәүселәрҙән дә алынды. Улар төрлө ҡатлам вәкилдәре. Шуға ла был мәғлүмәт ышаныслы алып барылған тип әйтергә мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика