Социаль яҡлау тик мохтаждарға ғына

Социаль яҡлау тик  мохтаждарға ғына 10.02.2016

Бөгөн хөкүмәт президиумы ултырышында дәүләт ярҙамы адреслы булырға тейеш тигән ҡарар ҡабул ителде. Хәҙер ауыл ерендә йәшәүсе  4 һәм унан да күберәк ғаиләләр коммуналь түләүҙәр өсөн компенсация алыу хоҡуғын иҫбатларға тейеш.

Йәғни, улар эш хаҡтары йәшәү минимумынан түбәнерәк булыуын дәлилләргә бурыслы. Үҙгәреш социаль ярҙам инструментын файҙалыраҡ ҡулланыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, алимент алырғә теләүсегә лә хәҙер дәғүәһен документаль рәүештә иҫбат итергә тура киләсәк. Кеше судҡа бармай икән, тимәк, уның матди ярҙамға мохтажлығы юҡ. Коммуналь түләүҙәр компенсацияһына килгәндә, үҙгәрештәрҙән һуң уны алыусы ғаиләләр һаны 250-гә кәмер тип көтөлә.  
Ленара Иванова,  Башҡортостандың хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры:  
«Үҙгәреш федераль законға ярашлы ҡабул ителде. 2015 йылда коммуналь түләүҙәр өсөн компенсацияны 5200 ғаилә алғайны, уның суммаһы уртаса 2 мең һум тәшкил итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика